Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы ЯМАЛИЕВ - ҙур тормош һәм хеҙмәт багажы туплап, тап ошо яуаплы вазифаны иңенә алған тәжрибәле етәксе. Берҙәмлек менән күп һынауҙар лайыҡлы үтелгән, көтөлмәгән пандемия ла, уға бәйле башҡа мәсьәләләр ҙә... “Махсус хәрби операция иғлан ителеү менән талаптар ҙа, мәшәҡәттәр ҙә бермә-бер артты, был бурыстарҙы бары халыҡ менән бергә кәңәшләшеп кенә күтәреп була”, тип иҫәпләй етәксе. Хәрби операция зонаһына бер нисә тапҡыр барып ҡайтҡан башлыҡҡа яҡташтарының тын алышы ла, еңеүгә ышанысы ла, теләктәре лә яҡшы таныш. Иң мөһиме – халыҡ менән тығыҙ аралашыу, уларҙың фекерен тыңлау һәм ишетеү, йәмәғәтселәрҙе кешеләр менән эшләүгә ылыҡтырыу. Шул саҡта районда, шул иҫәптән тотош республикала, бөтә милләт халҡын бер усҡа йыйып, тотороҡлоҡҡа, үҙ-ара аңлашып эшләүгә ирешергә мөмкин. Йәшме, ҡартмы, студентмы әллә абруйлы ил ағаһымы, һәр береһен ихтирам менән тыңлай белеү, үтенестәрен хәл итергә тырышыу мөһим, тип һанай ул. - Махсус хәрби операцияла ҡатна