Яңы өйгә күсеп сыҡҡас, ишек алдында йөрөгән оло йәштәге ҡатынды йыш күрә башланым. Ул ҡулдарын артына ҡуйып, таныштарын эҙләгәндәй ян-яғына ҡарай-ҡарай, ашыҡмай ғына бер нисә тапҡыр өйҙө урап сыға, шунан балалар майҙансығындағы эскәмйәгә ултырып тирә-яҡты күҙәтә. Унда бала-саға бар икән, мотлаҡ уларға һүҙ ҡуша, үтеп барған өлкәндәргә лә иғтибарлап ҡарап ҡала. Һәм көн дә шулай ҡабатлана. Күренеп тора: аралашырға кеше эҙләй. Тимәк, өйөндә толҡа тапмай, яңғыҙлыҡтан арып кешеләр араһына килеп сығалыр инәй. Уны күргән һайын һәр саҡ күңел түрендә генә торған ике йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән ғәзиз әсәйемдең яҡты йөҙө күҙ алдыма баҫа. Олоғая төшкәс, уның яңғыҙын йөрөтмәнек беҙ, һәр саҡ янында берәй балаһы булыр ине. Биш ҡыҙының, ике улының хәстәрлегендә һәм өҙлөкһөҙ иғтибарында бәхетле йәшәгәндер тим - түҙгеһеҙ юҡһыныу тойғоһон ҡәҙерлебеҙгә күрһәтелгән шул изгелекле мөнәсәбәт әҙ булһа ла баҫҡандай... Бер көн эштән ҡайтышлай шул инәй ҡапма-ҡаршы тап булды. Һәр ваҡыттағыса, ул миңә төбәлеп атлай и