Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙға ни бары 21 йәш булған...

Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Төбәк дәүләт автоинспекцияның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, "ВАЗ-2112" руле артында 20 йәшлек егет светофорҙың тыйылған сигналына туҡтаған "Лада Веста" менән бәрелешкән. "ВАЗ-2112" автомобиле бәрелештән һуң да хәрәкәтен дауам итеп, бетон ҡоймаға барып бәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияла 21 йәшлек пассажир ҡыҙ ашығыс ярҙам килгәнсе, ваҡиға урынында йән бирә. Водитель һәм тағы ла ике пассажир, 21 йәшлек ҡыҙ менән 20 йәшлек егет төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Йәштәрҙең киске ялы фажиғә менән тамамлана. Ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Фото: "Башинформ"