Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һау сағында осрашҡандар ҙа бит...

Башҡортостанда йортһоҙҙарға ярҙам итеү үҙәгендә йәшәгән Фәнил Абдуллин менән Зәлиә Яхина рәсми рәүештә никахтарын теркәгән. Был хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең "Телеграм" каналында хәбәр итә. Яңы өйләнешкән пар һау-сәләмәт саҡтарында осрашҡан булған, әммә ул ваҡытта бергә булырға яҙмаған. "Зәлиә ханымдың йорто янып киткән, Фәнил, ғүмер буйы төньяҡта эшләп, аҡсаны туғандарына биреп барған. Ҡатын күреү һәләтен юғалтҡан, ир коляскала ғына хәрәкәт иткән инвалид. Ә бергә уларға рәхәт. Улар бер-береһе тураһында ҡайғырта һәм бер ваҡытта ла айырылмай тиерлек. Бер көндө барлыҡ йолалар буйынса мәнәсәбәттәр теркәлергә тейеш тигән ҡарар ҡабул ителде. Фәнил менән Зәлиә яҙмыштарын никах менән бәйләнеләр", - тип яҙған Ленара Иванова. Туй тантанаһы бик матур була: зал, күңелле ҡунаҡтар, мул өҫтәл, матур торт. Танылған йырсы Флера Шәрипованың сығышы йәш парҙар өсөн айырым бүләк булды. Мин ысын күңелдән яңы ғаилә саф хистәр, бары тик күңелле мәшәҡәттәр һәм бәхетле оҙон ғүмер теләйем", - тигән министр. Фото: телеграм