Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. Тәтешле районы бизнес-шәрифе Елена Хәкимйәнова белдереүенсә, 2023 йылда Вадим Муллаяров “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә үҙ автосервисын асыу буйынса проект менән мөрәжәғәт итә. Һөнәре буйынса Вадим – автомеханик. Ул баласаҡтан техника менән ҡыҙыҡһынған һәм ошо һөнәре буйынса тәжрибәһе лә бар. Туғандарының һәм дуҫтарының еңел автомобилдәрен ремонтлаған. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусыға йәш эшҡыуарҙар өсөн республика конкурсында ҡатнашырға тәҡдим ителә. “Минең бизнес” үҙәгендә үҙ эшен асыусылар өсөн үткән онлайн–курстарҙа белемен камиллаштыра һәм конкурс