Йылайыр районы Ашҡаҙар ауылынан уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Гөләндәм Ураҡова ҡыҙыл эремсек эшләү сере менән уртаҡлаша. Ҡыҙыл эремсек - башҡорт халҡының бик затлы ризыҡтарының береһе. Уны әҙерләү технологияһы өй шарттарында етештереү өсөн бик ҡатмарлы булыуы менән айырылып тора. Аҙыҡтың бик аҙ миҡдарҙа сығыуы һөҙөмтәһендә был тәмлекәс өҫтәлгә һирәк ҡуйылған. Иң ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн генә сығарылған тәмле ризыҡ булған ул. Оло быуын ҡатын-ҡыҙҙары ҡыҙыл эремсекте эшләү нескәлектәренә ҡыҙҙарын һәм килендәрен өйрәткән, улары үҙ сиратында – үҙҙәренең балаларын. Әҙерләү барышында төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр, абруйлы ҡунаҡтар иҫкә алынған.Эшләү ысулы:Ойоған һөттө эсенә май һөртөлгән һауытҡа ҡойоп, талғын утҡа ҡуялар. Эремсеге айырылып сыҡҡас, һыуын бер аҙ кәметәләр. Артабан эремсек ҡыҙарғансы ҡайнатыуҙы дауам итәләр. Тигеҙ ҡыҙарһын һәм төбө көймәһен өсөн болғатып торалар. Һыуы парға әйләнеп бөткәс, ҡыҙыл эремсекте киптереп һаҡларға һалырға мөмкин.Уның, боҙолмай торған әҙер һәм туҡлыҡлы аҙыҡ булараҡ, ба