Берәүгә бәлә йә бәхетһеҙлек килгәндә уҡыла торған доға Иннә-лил-ләһи үә иннә иләйһи ражиғун. Аллаһүммә ғиндәкә әхтәсибу мусибәти. Фәъжурни фиһи үә әбдилни биһә хайран минһә. Мәғәнәһе: Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһ бәндәләребеҙ һәм Уға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Был бәхетһеҙлектәрҙе кисереүҙә аҡыл менән тапҡан хаҡ юлым өсөн дә һинең алдыңда иҫәп-хисап бирәсәкмен. Түҙемлектәрем өсөн әжереңде бир, был бәләләрҙе яҙмыштың яҡшыраҡтарына алмаштыр. Борсолоу һәм бойоғоуға юлыҡҡанда уҡыла торған доға Аллаһүммә инни әғүҙү бикә минәл – һәмми үәл – хәзәни үәл – ғажзи үәл – кәсәли үәл – бүхли үәл жүбни – үә ҙалғид-дәйни – үә ғаләбәтир – рижәл. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ, борсолоу һәм хәсрәттәрҙән, зәғифлек һәм ялҡаулыҡтан, һаранлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡтан, бурысҡа батыу ауырлғы менән бәндәләр ҡыйырһытыуынан һинең ярҙамыңдан, һиңә һыйына алыуҙарҙан ғына ҡотолоу табам. Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға: Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ. Мәғәнәһе: Әй,