Физкультурниктар көнөнә арналған конкурсыбыҙҙы Миәкә районы Ҡырғыҙ Миәкә ауылының 2-се мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләүсе конкурсантыбыҙ – Рамазан Илекәйев дауам итә. Рамазан Рәфил улы сығышы менән ошо райондың Илсеғол ауылынан. Һигеҙ йәштән футбол менән шөғөлләнә, төрлө ярыштарҙа район данын яҡлай. 9-сы класҡа тиклем Ҡырғыҙ–Миәкә ауылының 2-се мәктәбендә уҡый, һуңынан М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның колледжында “Физкультура уҡытыусыһы” һөнәре буйынса белем ала. Ил алдындағы бурысын үтәргә лә онотмай. Колледждан һуң хәрби хеҙмәткә юллана. Армияла саҡта Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында “Звезда” футбол командаһында уйнай. Хәрби хеҙмәттән һуң тыуған яҡтарына ҡайта. Ҡырғыҙ-Миәкәлә һәм Бишбүләктә тренер булып урынлаша. Үҙенең тыуған мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы ла булып эшләй. – Армияға тиклем Миәкә районынан ситтә ярыштарҙа сығыш яһарлыҡ үҙемдең футбол командаһын булдырыу хыялым бар ине. Был теләгемде тормошҡа ашырғанда шәхси эшҡыуар Фазылйән Фуат улы ныҡ ярҙам итте. Ба