Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Мәктәптә спорт залының булмауы бер ниндәй ҙә кәртә түгел!”

Конкурста киләһе ҡатнашыусыбыҙ – Солтанов Айбулат Мохтар улы. Ул 1964 йылда Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында донъяға килгән. Бала саҡтан спорт яратып үҫкәс, Айбулат Мохтар улына һөнәр һайлау ҡыйын булмай. Тәүҙә ул Магнитогорск педагогия училищеһының физик культура факультетында белем ала. Хеҙмәт юлын иһә 1982 йылда Таштимер урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Конкурсантыбыҙ әлеге көнгәсә хеҙмәтенә тоғро ҡалып, Әбйәлил районының Яңы Балапан урта мәктәбендә эшләй. Эш стажы – 42 йыл. Айбулат Мохтар улы мәктәп һәм район кимәлендәге Маҡтау грамоталарына һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ булған. “Минең өсөн спортта бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар юҡ”, – ти конкурстантыбыҙ. Һәм был, ысынлап та, шулай. Яңы Балапан урта мәктәбендә спорт залының булмауы уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, Айбулат Мохтар улы Солтанов төшөнкөлөккә бирелмәй: уның уҡыусылары уҡыу йылы барышында саф һауала шөғөлләнә, айырыуса футбол, волейбол, йүгереүҙе ярата. Ҡышҡыһын иһә саңғыла йөрөүҙе үҙ и

Конкурста киләһе ҡатнашыусыбыҙ – Солтанов Айбулат Мохтар улы. Ул 1964 йылда Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында донъяға килгән. Бала саҡтан спорт яратып үҫкәс, Айбулат Мохтар улына һөнәр һайлау ҡыйын булмай. Тәүҙә ул Магнитогорск педагогия училищеһының физик культура факультетында белем ала. Хеҙмәт юлын иһә 1982 йылда Таштимер урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Конкурсантыбыҙ әлеге көнгәсә хеҙмәтенә тоғро ҡалып, Әбйәлил районының Яңы Балапан урта мәктәбендә эшләй. Эш стажы – 42 йыл. Айбулат Мохтар улы мәктәп һәм район кимәлендәге Маҡтау грамоталарына һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ булған. “Минең өсөн спортта бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар юҡ”, – ти конкурстантыбыҙ. Һәм был, ысынлап та, шулай. Яңы Балапан урта мәктәбендә спорт залының булмауы уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, Айбулат Мохтар улы Солтанов төшөнкөлөккә бирелмәй: уның уҡыусылары уҡыу йылы барышында саф һауала шөғөлләнә, айырыуса футбол, волейбол, йүгереүҙе ярата. Ҡышҡыһын иһә саңғыла йөрөүҙе үҙ итә. Уҡытыусының тырышлығы менән төҙөлгән спорт майҙансығы 2004 йылда район ярышында өсөнсө урын алған. Яңы Балапан мәктәбе бигерәк тә футбол буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Мәҫәлән, мәктәп командаһы 2004 йылда район чемпионы булған, 2005 йылда өлкәндәр һәм бәләкәйҙәр төркөмдәре икеһе лә район ярышында икенселеккә сыҡҡан. Бынан тыш, конкурсантыбыҙҙың уҡыусыларының ҡаҙаныштары бихисап. Әйткәндәй, Айбулат Мохтар улының уҡыусылары араһында остазының юлын һайлаусылар күп: улар физик культура йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән. Коллегаларының, уҡыусыларының, ауылдаштарының ихтирамын яулаған абруйлы педагог ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй: бер нисә саҡырылыш депутаты итеп һайлана. Яңы Балапанда Солтановтар ғаиләһе – өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Тормош иптәше Миңзәлә Хөсәйен ҡыҙы ла мәктәптә уҡыусыларға белем бирә. Бәхетле пар ике ул, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, гөрләтеп донъя көтә. Ә беҙҙең конкурсыбыҙ артабан да дауам итә. Еңеүсене билдәләү нәҡ һеҙгә тапшырыла, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ. Түбәндәге һылтанма https://vk.com/app7198399_-104965500#poll66ab43524941 буйынса үтеп, лайыҡлы тип тапҡан конкурсантҡа тауышығыҙҙы бирегеҙ. Фото: конкурсанттың шәхси архивынан.