Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Эй, аҡыллы атҡайым!..”

Был матур йөкмәткеле видеояҙма менән үҙенең сәхифәһендә Разалия Итбаева уртаҡлашты. “Йорт хайуандарының шул хәтлем дә аҡыллы, тоғро булыуҙарына хайран ҡалырлыҡ шул! Был видео миңә тәү күреүҙән күңелемә ятты. Һеҙгә лә оҡшар, ә Әминә апайым үпкәләмәҫ тип уйлайым))) Һөйкөмлө, шул хәтлем дә шәп бейәһенең исемен генә онотҡанмын”, - тип яҙҙы ул видеолағы ат тураһында. “Көтөү көтәбеҙ. Һыйырҙар ялға туҡтағанда беҙ ҙә ял итәбеҙ. Юҡ, үпкәләмәйем. Минең яратҡан Таурам”, - тип аңлатма бирҙе комментарийҙа аҡыллы бейәнең хужабикәһе. “Мин дә оҡшаттым, шул тиклем дә аҡыллы хайуан, Әминәне әллә ҡайҙан күреп ҡыскыра!” – ти Венера Йәһүҙина. Ысынлап та, аттар – иң аҡыллы хайуандарҙың береһе. Әминә исемле ханымдың Таураһы ла – шуға асыҡ миҫал. Күҙ теймәһен, хужабикәһенә тоғро хеҙмәт итһен Алла бойорһа! Фото: видеояҙманан скриншот. Видео: Разалия Итбаеваның сәхифәһенән.