Любовь Рәхимова – Ейәнсура районының Ишемғол ауылында ("Энәк" совхозының Үҙәк усадьбаһы) йәшәй. Бөгөн уның ире, өлөшләтә мобилизацияға ярашлы, Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ә Ватан алдындағы изге бурысын үтәгәнгә хәтлем Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы магазинда эшләгән. – Тормош иптәшем менән өс бала тәрбиәләйбеҙ, "барыһы ла – балалар өсөн!" тигән девизды алдыбыҙға алдыҡ, – тип һөйләй Иҫәнғол ауылындағы район мәҙәниәт йортоноң вахтеры Любовь Васильевна. – Иремдең позывнойы – "Лес". Үҙенә оҡшай. Ул ошоға тиклем дүрт тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булды, шул осорҙа бәләкәстәребеҙҙең нисек шатланғанын күрһәгеҙ икән! Ысынлап та, атайҙың өйгә ҡайтыуы барыһы өсөн дә ҙур байрамға әйләнгән. Лиана – IX класта, Рәсимә VII класта уҡый, бәләкәс Руслан балалар баҡсаһына йөрөй. Любовь Рәхимованың һүҙҙәренә ҡарағанда, уларға район етәкселеге тарафынан да, республика Хөкүмәте яғынан да ҙур ярҙам күрһәтелә, йәғни дәүләт тарафынан тейешле ярҙам тоялар. Мәҫәлән, улдары Руслан ба