Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тыныс йоҡла, матурҡай Зәлифә...

Өфөлә ике аҙна дауамында полиция, ирекмәндәр һәм туғандары 48 йәшлек Зәлифә Б. исемле ҡатынды эҙләнеләр. Ул 15 июлдә ғәйеп булғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөғжизә булманы, ҡатын үле килеш табылды. Зәлифә сығышы менән Әбйәлил районынан. Уның ике ҙур ҡыҙы бар, тип яҙа "КП-Өфө" баҫмаһы. Ҡатын юғалған көндән алып яҡындары үҙенә урын таба алмай. Ул бәйләнешкә сыҡмай башлау менән полицияға юғалыуы тураһында ғариза биргәндәр. Шулай уҡ “Лиза Алерт” ирекмәндәре лә эҙләү менән шөғөлләнгән. Ике аҙна үткәс, 29 июлдә ирекмәндәр ҡатынды үле килеш табыуы тураһында хәбәр итте. Зәлифәнең ғаиләһе быға әле һаман ышана алмай. Уның ни сәбәпле үлгәне тураһында әйтмәйҙәр, тик шуныһы билдәле: уның йөрәге туҡтаған. – Зәлифәбеҙҙең ғүмере өҙөлөүен аңлауы бик ауыр. Минең ике туған апайым, бер айға ғына өлкән ине. Тыуғандан алып бергә булдыҡ, бергә уҡыныҡ. Ата-әсәһенең һөйөклө ҡыҙы, ейәнсәр, апай, ике бала әсәһе, инәй ине ул. Сибәр, аҡыллы, хужабикә булды, сәйәхәт итергә яратты. Күңеле бик киң ине, – тип яҙған уның тураһында социаль селтәрҙә Светлана исемле апаһы. Ғөмүмән, социаль селтәрҙә уны ауылдаштары ла, Өфөләге таныштары ла тик йылы һүҙҙәр менән хәтерләй. – Сибәр ҡатын ине. Бик йәл, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Мәңге хәтерҙә булырһың, – тип яҙған ауылдаштары. Һуңғы йылдарҙа Зәлифә Өфөлә йәшәһә лә, һуңғы юлға уны тыуған Әбйәлил районының Асҡар ауылында оҙатҡандар. Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: "КП-Өфө".

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц