Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡайһы атайыңды нығыраҡ яратаһың?

Башҡортостанда һәм Татарстанда киң популярлыҡ яулаған йәш йырсы Гөлназ Асаеваға «Туған тел» телеканалының «Сер итеп кенә» тапшырыуында ғаиләһе хаҡында ғәжәп һорау биргәндәр. «Дөрөҫөн әйт әле, ҡайһы атайыңды нығыраҡ яратаһың?» – тигән уға алып барыусы. "Ундай һорауҙың булыуы мөмкин дә түгел, – тип ҡаршы төшкән Гөлназ Асаева. - Мин уларҙы бер нисек тә тә айыра алмайым. Улар икеһе лә минең өсөн ҡәҙерле", – тигән ул. - Уларҙың береһе мине яҡты донъяға бүләк иткән, шуның өсөн уға ҙур рәхмәтлемен. Икенсеһе мине үҙ ҡыҙылай яҡын күреп ҡарап үҫтерҙе. Рөстәм атайым тураһын бәреп әйтә торған кеше түгел. Яйлап ҡына аңлата, конфликттарға инмәй, ләкин бик ғәҙел. Унан шул сифатты алғанмындыр. Һәм тышҡы ҡиәфәтем менән дә мин - атайҙың копияһы. Фәдис абый - ысын ир кеше. Ул тураһын әйтә, борғоланып тормай. Ул яғым менән мин уға оҡшағанмын, - тигән Гөлназ Асаева. Әйткәндәй, Гөлназ Асаева бөтә ерҙә лә ике атаһын да тигеҙ күреүе, икеһен дә берҙәй яратыуы хөрмәт итеүе хаҡында әйтә. Улай ғына түгел, уға ғүмер биргән атаһы Рөстәм Асаев менән тәрбиәләп үҫтергән Фәдис Ғәниевтар үҙ-ара ла бик яҡшы мөнәсәбәттә. Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".