Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Дегәнәк – барлыҡ онкология сирҙәренә ҡаршы дауа

Дегәнәк ярҙамында күп кешене һауыҡтырған

Умыртҡа һөйәге араһында ҙур бүҫер бар ине. Мәскәүҙә операция эшләргә йыйыналар икән. “Бер ай ғына көтөп торһондар”, – тинем. Ул тамырҙарҙан яһалған төнәтмә эсте. Бер айҙан килде. Машинаһынан төштө лә рәхәтләнеп атлап килә, үҙе: “Минең бер ниндәй ҙә бүҫерем юҡ!” – тип ҡыуана...

Үләндәр менән дауалау оҫтаһы булып танылған Елена Федоровна Зайцеваның яҙмаларының дауамын тәҡдим итәбеҙ. Бөгөнгө һүҙ – мең сиргә дауа булырлыҡ дегәнәк тураһында.

Дегәнәк – барлыҡ онкология сирҙәренә ҡаршы дауа

Бер көн лекция барышында: “Шундай бер академик бар, ул бөтә сирҙәрҙе лә дауалай. Ул дегәнәк тип атала. Был “академик” ерҙә үҫеп ултыра һәм ҡасан кеше мине ҡулланып, дауалана башлар икән, тип көтә”, – тинем.

Хәҙер сирҙәр бик күп, айырыуса яман шеш кешеләрҙе аямай. Ә дегәнәк – барлыҡ онкология сирҙәренә ҡаршы дауа. Уны шәкәр диабеты, бронхит, гайморит, ревматизм, подагра, артрит, остеохондроз, һөйәк һыныу, умыртҡа араһындағы бүҫер, атеросклероз, ҡолаҡ ауырыуҙары, хатта гепатит осрағында уңышлы ҡулланып була.

Гепатит менән ир-егеттәр йыш ауырый. Иң аҙған тороштағы С гепатитын дегәнәк ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡ итә ала. Ике-өс ай дауаланырға кәрәк. Дегәнәк тамыры бауыр яман шешен, циррозды дауалау көсөнә эйә. Холецистит, бөйөр ауырыуҙарынан килешә, таштарҙы онтай. Тире ауырыуҙары осрағында ла файҙаһы ҙур: янған-бешкән урындарҙы, экзема, эренле яра, псориаз, сөсө ауырыуын дауалай, сәс ҡойолоуҙы туҡтата.

Киҙеү эпидемияһы башланһа, кешеләр дарыу эсә башлай, ә бит юғары тән температураһын дегәнәк яҡшы төшөрә, киҙеүҙе лә иҫкәртә.

Һуғыш ваҡытында беҙҙең аяҡ кейеме булманы. Һыуыҡтар төшкәнсе яланаяҡ йөрөйбөҙ. Ҡайһы берҙә тымаулайбыҙ, температура күтәрелә. Әсәйем, дегәнәк тамыры һәм йүкә сәскәһе төнәтмәһе эсереп, йылы юрғанға урап һала ине. Тирләп уянабыҙ, температура ла юҡҡа сыға.

Дегәнәк тамырын он итеп, икмәккә, бутҡаға ҡуша инек, йәш кенә япраҡтарын ашҡа, салатҡа өҫтәнек. Тамырын табала ҡурып тарттырһаң, ҡәһүә ише эсемлек килеп сыға. Әле ҡунаҡта ҡәһүә тәҡдим итһәләр, эсәм дә уйлайым: был ҡәһүәме инде? Цикорий, дегәнәк, аҡтамыр тамырынан эшләп ҡарағыҙ, бына булыр ысын эсемлек! Әсәйем әҙерләгән ҡәһүәнең тәме әле лә онотолмай.

Бер мәл Сергиев Посадта бер руханиҙы дауаларға тура килде. Уның умыртҡа һөйәге араһында ҙур бүҫер бар ине. Мәскәүҙә операция эшләргә йыйыналар икән. “Бер ай ғына көтөп торһондар”, – тинем. Ул тамырҙарҙан яһалған төнәтмә эсте. Бер айҙан килде. Машинаһынан төштө лә рәхәтләнеп атлап килә, үҙе: “Минең бер ниндәй ҙә бүҫерем юҡ!” – тип ҡыуана.

Тамырынан төнәтмә эшләү

Иң ҡиммәтле тамырҙар – яҙын йыйылғаны, әммә көҙгөһөн дә мөмкин. Дегәнәк – ике йыллыҡ үлән, уның бер йыл үҫкәнен, йәғни йәш япраҡлыһын алырға кәрәк. Эре япраҡлы, сәскә атҡан үҫемлектән файҙа юҡ. Уның тумаланған сәскәһен генә йыйырға мөмкин, ҡайнар һыуға һалып ҡуйып, ошо төнәтмә менән ауыртҡан теште сайҡарға була.

Дегәнәк тамырын ҡаҙып алғас, йыуып киптерергә. Ҡалын тамырҙарҙы турарға һәм ваҡлап һаҡларға (беҙҙең заманда төрлө техника ҡулланырға ла мөмкин, мәҫәлән, ит турағыс, блендер, ҡәһүә ваҡлағыс – редакция).

Төнәтмә әҙерләү өсөн бер аш ҡалағы ваҡланған ҡоро тамырға ике стакан ҡайнаған һыу ҡойорға һәм 10 минут ҡайнатырға. Ул ике сәғәт ултырырға тейеш. Һөҙөп алғас, яртышар стакандан көнөнә өс тапҡыр, ашауҙан 10-15 минут алда эсергә. Ашағанға тиклем эсһәгеҙ, ҡан төнәтмәнең шифаһын үҙенә һеңдереп, бөтә организмға тарата. Дегәнәк, аҡтамыр һәм бәпембә тамырын бергә ҡушып, төнәтмә әҙерләргә мөмкин, һәр үҫемлектекен айырым эсергә лә була: бер аҙна – дегәнәк, икенсеһендә – аҡтамыр, өсөнсө аҙнала – бәпембә.

Сәләмәт булығыҙ! Үләндәр менән дауалау оҫтаһы булып танылған Е.Ф. Зайцеваның яҙмаларынан тәржемә ителде. Мәҡәлә танышыу маҡсатында бирелә, үләндәр менән дауаланыуҙы башлар алдынан табип менән

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Фото:kazakoved.ru