"Башҡортостан ерҙәре ярайһы уҡ ҙур күләмдә продукция етештерә ала, әммә республиканың ауыл хужалығы тармағының бурысы күләм менән генә түгел, ә сифат һәм килем алыуға иғтибарҙы йүнәлтеү", - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Бүздәк районында "Баҫыу көнө" семинарын асҡанда. Сара Ш.М. Хәбибрахманованың “Авилат” ауыл хужалығы комплексы базаһында үтте. Ауыл хужалығы белгестәре ҡараған төп мәсьәлә – ерҙе мелиорациялау һәм техник киндер культураһын үҫтереү мәсьәләләренә арналды. - Аҡса юғалмаһын, сәселгән культуралар килем килтерһен өсөн юғары маржиналь культураларға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бөгөн киндер – шундай культураларҙың береһе. «Авилат» ауыл хужалығы комплексы базаһында, мәсьәләне аңлап, киндер сәнәғәт кимәлендә эшкәртелә. Хужалыҡта 2018 йылда сәсеүлектәрҙе һынау эштәре башланды, беҙҙең климат шарттарында яҡшы уңыш алырға мөмкин икәнлеге асыҡланды. Уңыш нигеҙе дөрөҫ технологиялар ҡулланыуға бәйле икәнлеге дәлилләнд