Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Ямғырҙар туҡтай, тиҙәр

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фараздары буйынса, августа Башҡортостанда айлыҡ яуым-төшөм норманан аҙыраҡ булыуы күҙаллана (норма 45-65 миллиметр булғанда). Ғалимдар хатта аномаль эҫелектең кире ҡайтыуын да кире ҡаҡмай. Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд, август Уралда ғәҙәттәгенән эҫерәк буласаҡ, тип иҫәпләй. Шуға күрә ай уртаһынан ямғырҙар был тиклем үк булмаҫ тип көтөлә.