Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туберкулез диспансеры яңыртыла

Республика туберкулезға ҡаршы диспансерында ремонт тулы көсөнө бара, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау“ милли проектына (национальный проект “Здравоохранение“) ярашлы тормошҡа ашырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөнөң медицина учреждениеларын киң күләмдә яңыртыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхси башланғысы менән йәйелдерелгәйне. Ул билдәләгәнсә, ремонттың сәбәбе техник яҡтан туҙыуға ғына ҡайтып ҡалмай. “Беҙҙең маҡсат ошо биналағы шарттарҙы пациенттарға ла, табиптар өсөн дә уңайлы итеү”, – тине республика етәксеһе. Иң беренсе булып ремонт Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙың балалар бүлексәһендә башланды. Ундағы өсөнсө ҡатта капиталь ремонт яһалды, уңайлы мебель һәм бәләкәй пациенттарға күңелле булһын өсөн мультимедиа-системалар урынлаштырылды Фото: “Башинформ”.