Баймаҡ районында социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтеү уңышлы алып барыла. Әлеге мәлдә һигеҙ эшҡыуар дәүләт ярҙамы алып, үҙ эшен киңәйтеүгә өлгәшкән. Улар араһында Әминә Кәримова ла бар. Тормоштағы һәр мауығыу тиерлек үҙ эшеңде асыуға этәргес бирә алыуына Әминә Рәшит ҡыҙы үҙ миҫалында инанған, сөнки ул үҙенең яратҡан эшен социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһы буйынса тормошҡа ашыра алған. Бала саҡтан тегергә яратҡан ханым бизнес-план төҙөгән һәм уны конкурс комиссияһына тәҡдим иткән. Проект яҡлау табып, уның авторына 350 мең һум күләмендә субсидия алыуға ярҙам иткән. Бәләкәйҙән төрлө сағыу туҡымаларға ҡыҙығып үҫкән ҡыҙ ҡурсағына тәүге күлдәген мәктәпкә бармаҫ элек тегә. Тауарын да ниндәйен таба әле (!), әсәһенең иң матур күлдәгенең итәгенән ҡырҡып ала. Был эше өсөн ата–әсәһенән шелтә эләккәнме, юҡмы, уныһын хәтерләмәй, әммә тап шул ваҡыттан тегеүгә ҡарата һөйөүе уяна. Артабан Әминә Кәримова ҡурсаҡтарына ғына түгел, күрше ҡыҙҙарға, бәләкәс туғандарына ла әллә