“Остазлыҡтың иң яҡшы өлгөләре” төбәк конкурсының һөҙөмтәләре барланды. Был конкурс “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Производительность труда”) республика предприятиелары араһында уҙғарылды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте. “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү технологиялары” номинацияһында Башҡортостандың ҡала эргәһендәге пассажирҙар компанияһы еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Конкурс финалсылары – Нефтекаманың яһалма тире производство берекмәһе һәм Стәрлетамаҡ фиброцемент заводы. - “Остазлыҡтың иң яҡшы өлгөләре” конкурсы быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарыла, - тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. – Остазлыҡ – “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының мөһим өлөшө. Йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеү, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, ил буйынса яҡшы идеяларҙы таратыу мөһим сара булып тора. Ярыш ике этапта – төбәк һәм федераль кимәлдә үтә. Конкурстың Бөтә Рәсәй этабына ғаризалар ҡабул итеү 23 июлдә башланды һәм ул 27 сентябргә тиклем дауам итә. Һөҙөмтәләре быйыл декабрь айында билдәле буласаҡ. Милли проекттар 2019 йылдан ил Президенты ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.