Тәтешле районынында йәшәгән Шамил Мөхәмәтғаянов баш ҡалала үткән “Бөгөл формаһы” конкурсында ҡатнашып, “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеү яуланы. Ағас скульптуралар эшләү буйынса конкурс ҡаланың мәҙәниәт тормошонда сағыу ваҡиға булды. Быйыл ул Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналды. Унда профессионалдар менән бергә үҙешмәкәр оҫталар, рәссамдар, ағастан юнып һындар эшләүселәр ҡатнашты һәм юғары оҫталыҡ кимәлен күрһәтте, тип яҙа “Татышлинский вестник”. Конкурс таланттарҙы асыҡлау, ижади һәләттәрҙе үҫтереү йәһәтенән мөһим майҙансыҡ булып тора һәм өфөләрҙең, баш ҡала ҡунаҡтарының иғтибарын мәҙәни мираҫ байлығына йәлеп итә. Тәтешлеләр Шамил Минеғәле улына яңы ижади уңыштар һәм мауыҡтырғыс идеялар теләй. Фото: https://kulturaufa.ru/novosti/v-ufe-proshlo-torzhestvennoe-nagrazhdenie-pobeditelej-konkursa-po-izgotovleniju-derevjannyh-skulptur-forma-izgiba/