Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

БПЛА үҙәген барып ҡаранылар

2 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттарын махсус һәм тактик әҙерләү үҙәгендә булды. Уға 2023 йылдың йәйендә республика етәксеһе башланғысы менән тәү сиратта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы идара итеү, хеҙмәтләндереү һәм пилотһыҙ системаларҙы ремонтлау оҫталыҡтарына өйрәтеү өсөн нигеҙ һалынған. Үҙәк кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Пилотһыҙ системалар менән идара итеү күнекмәләре ғәмәлдәге техникала, шулай уҡ виртуаль ысынбарлыҡ технологияларын ҡулланып камиллаштырыла. Штаб хәрби бурыстарҙы хәрбигә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булған шарттарҙа үтәргә мөмкинлек бирә. Үҙәк инструкторҙары – пилотһыҙ аппараттар менән хәрби эш тәжрибәһенә эйә булған МХО ветерандары. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙәк курсанттарының белем алыу һәм йәшәү шарттары менән танышты, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү барған пилотһыҙ осоу аппараттары өлгөләрен ҡараны. “Манул” позывнойлы үҙәк етәксеһе вазифаһын башҡарыусы б

2 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттарын махсус һәм тактик әҙерләү үҙәгендә булды. Уға 2023 йылдың йәйендә республика етәксеһе башланғысы менән тәү сиратта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы идара итеү, хеҙмәтләндереү һәм пилотһыҙ системаларҙы ремонтлау оҫталыҡтарына өйрәтеү өсөн нигеҙ һалынған. Үҙәк кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Пилотһыҙ системалар менән идара итеү күнекмәләре ғәмәлдәге техникала, шулай уҡ виртуаль ысынбарлыҡ технологияларын ҡулланып камиллаштырыла. Штаб хәрби бурыстарҙы хәрбигә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булған шарттарҙа үтәргә мөмкинлек бирә. Үҙәк инструкторҙары – пилотһыҙ аппараттар менән хәрби эш тәжрибәһенә эйә булған МХО ветерандары. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙәк курсанттарының белем алыу һәм йәшәү шарттары менән танышты, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү барған пилотһыҙ осоу аппараттары өлгөләрен ҡараны. “Манул” позывнойлы үҙәк етәксеһе вазифаһын башҡарыусы был осорҙа 170 кешене, шул иҫәптән дошмандың дрондарын тикшереү һәм баҫтырыу оҫталыҡтарына өйрәтеүҙәре хаҡында һөйләне. Һуғышсан йәнәш линияның максималь имитацияһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә квалификациялы пилоттар әҙерләргә мөмкинлек бирә. Белгесте әҙерләү ваҡыты – кәмендә 200 сәғәт, курсантты процесҡа тейҙереү мотлаҡ. Төбәк башлығына FPV -дрондар ярҙамында хәрби техниканы нисек юҡ итеүҙәрен күрһәттеләр. Полигонда шул иҫәптән Башҡортостанда етештерелгән двигателдәр ҡуйылған аппараттар һынала. Инструкторҙар билдәләүенсә, улар ышаныслы һәм ғәмәлдәге аналогтарынан ҡалышмаясаҡ. Республика етәксеһе Башҡортостандан ирекмәндәр, контрактсылар һәм мобилизацияланғандар хәрби бурыстарын үтәгән хәрби подразделениелар өсөн башҡорт двигателдәре менән дрондар ташыуҙы даими тәьмин итергә ҡушты. – Беҙ бында частар командирҙары заказы буйынса уҡытабыҙ. Был еңел булмаған бурыс. Теоретик әҙерлек кенә компьютерҙа 120 сәғәт тәшкил итә. Һәм һуңынан – ялан шарттарында пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләү, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда. – Беҙ хәрби подразделениеларыбыҙҙы пилотһыҙ аппараттар менән тәьмин итеү буйынса эште көсәйтергә ҡарар иттек. Үҙебеҙ етештергән изделиеларҙы юғары дәрәжәлә локалләштереү менән унда ебәреү мөһим. Беҙ үҙебеҙ төп элементты – электр двигателдәрен эшләргә өйрәндек. Бының турала артыҡ һөйләмәйбеҙ, әммә күптән инде эшләйбеҙ. Шулай ҙа ҡайһы бер деталдәрҙе һатып алабыҙ, сөнки уларҙы бер ҡасан да сығарманыҡ. Әммә хәҙер локалләштереү - 80 процент. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.