Сибайҙа,“Хәүефһеҙ сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, юлдарға асфальт түшәлә. Сибай ҡалаһының Крупская урамында 240 погонлы метр асфальт түшәлде. Шулай уҡ юл ситенә 100 метрҙан ашыу арауыҡҡа тротуар һуҙылды. Әлеге көндә ҡаланың «Сибайдорстрой» йәмғиәте эшселәре унда эштәрен тулыһынса тамамлап, икенсе урынға күсте. Биҫтәлә йәшәүселәр ялтыр асфальттан бигерәк тә уңайлы һәм хәүефһеҙ булған тротуар өсөн ҡыуана. Сибай юлсылары Крупская урамы осондағы юлды рәтләп бөтөп, Тыныслыҡ урамын төҙөкләндерә башланы. Юлдың был өлөшөн эшселәр ике аҙна дауамында рәтләне. Хәҙер улар Крупская урамы менән киҫелешкән Тыныслыҡ урамына асфальт йәйә башланы. Был урамда юлдың 8 мең квадрат метр арауығы төҙөкләндерелә. - Тыныслыҡ урамында тротуар һалыу ҡаралмай, йәмәғәт урыны - автобус туҡталышы булған ерҙә генә юл бер аҙ киңәйтеләсәк, тине «Сибайдорстрой» йәмғиәте директоры урынбаҫары Александр Елизарьев. Әлеге көндә Тынысл