Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Бөйөк дала" Хәйбулланы гөрләтте!

Кисә Хәйбула районының үҙәге Аҡъярҙа райондың төп брендына әүерелгән - «Бөйөк дала» VI асыҡ республика башҡорт рок фестивале үтте. Быйыл фестиваль ваҡытһыҙ вафат булған легендар башҡарыусылар: «Дәрүиш» төркөмө солисы Дим Мәннән, «Рух» төркөмө солисы Ғәзинур Биктимеров, «Рух» төркөмө гитарасыһы һәм етәксеһе Ирек Атанов һәм аранжировкалаусы, барабансы Айтуған Акиловтың иҫтәлегенә арналған. Яҡташ йырсылар һәм музыканттарҙың рухына аят бағышланған, унда уларҙың яҡындары һәм туғандары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, фестивалдең ҡунаҡтары һәм башҡалар ҡатнашҡан. «Бөйөк дала» рок-фестиваленә халыҡ күп йыйылған. Сәхнәнән бер-береһен алыштырған башҡорт рок төркөмдәре – Хәйбулла райоынан «Рух» һәм Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе ҡарамағындағы «Бөркөт» төркөмөнөң кесе һәм өлкән составы, «Урал» (Белорет), «ХамZа» (Ғафури районы), «Дәрүиш хан», «Nektoria» (Өфө), «20/35» (Ейәнсура районы) яңы йыр-моңдары яңғыраған. «Бөйөк дала» башҡорт рок-фестивале йәнә Хәйбулла ерендә киң ҡолас йә

Кисә Хәйбула районының үҙәге Аҡъярҙа райондың төп брендына әүерелгән - «Бөйөк дала» VI асыҡ республика башҡорт рок фестивале үтте. Быйыл фестиваль ваҡытһыҙ вафат булған легендар башҡарыусылар: «Дәрүиш» төркөмө солисы Дим Мәннән, «Рух» төркөмө солисы Ғәзинур Биктимеров, «Рух» төркөмө гитарасыһы һәм етәксеһе Ирек Атанов һәм аранжировкалаусы, барабансы Айтуған Акиловтың иҫтәлегенә арналған. Яҡташ йырсылар һәм музыканттарҙың рухына аят бағышланған, унда уларҙың яҡындары һәм туғандары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, фестивалдең ҡунаҡтары һәм башҡалар ҡатнашҡан. «Бөйөк дала» рок-фестиваленә халыҡ күп йыйылған. Сәхнәнән бер-береһен алыштырған башҡорт рок төркөмдәре – Хәйбулла райоынан «Рух» һәм Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе ҡарамағындағы «Бөркөт» төркөмөнөң кесе һәм өлкән составы, «Урал» (Белорет), «ХамZа» (Ғафури районы), «Дәрүиш хан», «Nektoria» (Өфө), «20/35» (Ейәнсура районы) яңы йыр-моңдары яңғыраған. «Бөйөк дала» башҡорт рок-фестивале йәнә Хәйбулла ерендә киң ҡолас йәйҙе һәм республиканың мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Тамашасылар тере тауыш менән башҡарыусыларҙың йыр-моңон тыңлап, рәхәтләнеп бейеп-йырлап ҡына ҡалманы, теләге булғандар рок-фестиваленә махсус рәүештә сығарылған лотерея уйынында ҡатнашып, ҡиммәтле һәм иҫтәлекле бүләктәргә эйә булдылар. Лотереяның төп бүләге – смарт телевизорҙы Аҡъяр ауылынан Ришат Фазылов отҡан. «Рок музыкаһын даими тыңайым. Ошондай сағыу, бай йөкмәткеле байрамды ойоштороусыларға рәхмәт. Бындай мәртәбәле, рухлы саралар мөмкин тиклем йышыраҡ уҙғарылһын ине. «Бөйөк дала» рок-фестивале кеүек сараларҙың әһәмиәте ҙур – ул халыҡты берләштерә, күңелен байыта», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты даланлы тамашасы. Рок - фестиваль күңелел дискотека менән тамамланған. Фото һәм текст сығанағы: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән