Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алдап, алты аҙым да китмәҫһең

“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы интернет киңлегендә таралған ялған хәбәрҙәрҙе дөрөҫлөккә сығарыуын дауам итә. Һәр ваҡыттағыса был “эштә” “Пруфы” баҫмаһы “тырыша”. Был юлы улар үҙҙәренең телеграм-каналында Радий Хәбировты “сит балаларҙы йәберләгән” тигән хәбәр тартты. Һүҙ Күмертауҙан 30 инвалид-бала тураһында бара. Улар прокуратура ҡыҫалғансы реабилитацияның техник сараларын ала алмаған. Балалар шәхси реабилитация программаларына ярашлы протез-ортопедия изделиелары, телетекстлы телевизорҙар, телефон, ишетеү аппараттары, “һөйләүсе китаптар” уҡыу өсөн махсус ҡорамалдар менән тәьмин ителергә тейеш ине. Әммә ниндәйҙер сәбәптәр буйынса РФ Пенсия һәм социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе был изделиеларҙы ваҡытында тапшырмаған. Күҙәтеү ведомстволары ҡатнашлығынан һуң ғына мәсьәлә хәл ителгән. Тимәк, федераль фонд балаларҙы реабилитация саралары менән тәьмин итмәгән, ә быға һәр ваҡыттағыса Хәбиров ғәйепле. Яңғырауыҡлы баштар ҡуйыр алдынан яуаплылыҡ зонаһы кемдә икәнен тикшерһәгеҙ ине. Хәйер... Нимәгә ғәжәпләнергә? Һеҙҙең бит хатта көслө дауыл арҡаһында ҡолап төшкән ҡоймаға ла – башлыҡ ғәйепле. Ошо уҡ баҫма уҙған аҙнала республика халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған ҡиммәттәрҙе дискредитацияларға маташты. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урында табылған “Максим”дың пулемет ҡумтаһы беҙгә ата-бабаларыбыҙҙың үлемһеҙ батырлығы тураһында хәтерләтә. Билдәле булыуынса, был экспонат 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында һаҡланасаҡ. Ә бына ҡумтаны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа шәхсән тапшырҙылар тигән һүҙҙәр – үҙҙәренә ышанған уҡыусыларҙы яңылыштырырға тырышыу ғына. Башҡорт яугирҙәре, хәҙерге МХО яугирҙәре кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донбасста йәшәүселәрҙе нацистарҙан һаҡланы. Уларҙың күптәре Луганск Халыҡ Республикаһының хәҙерге территорияһында ерләнгән. Улар араһында Рәсәй Геройы генерал Шайморатов та бар, ул Луганскиҙа һәләк булған. Бындай материалдарҙы баҫтырып сығарыу – Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын, уларҙың ғаиләләрен һәм киләсәк быуындарын хурлау һәм ихтирамһыҙлыҡ ул. “Футляр для курая” телеграм-каналы “ике килбәтһеҙ бетон һарай”ҙан торған ишкәкле слалом бинаһын ташлап ҡуйғандар һәм уның менән бер кем дә шөғөлләнмәй тип иҫәпләй. “Фактчекинг по-башкирски”телеграм-каналы төҙөлөш урынын ҡараған һәм барлыҡ мәғлүмәттәр менән танышҡан. Ә төҙөлөштөң беренсе этабы файҙаланыуға тапшырылған, объект ярыштарға әҙер икән. 28 августа Йылы күлдәге комплекста ҙур ярыштар үтә, тиҙҙән Өфө ишкәкле слалом буйынса Урал зонаһын үҫтереү үҙәгенә әйләнә. Яҙма авторы барыһының да һуңлап эшләнеүе, Өфөнөң юбилейына бер ни ҙә әҙер булмауына иғтибар иткән. Әммә барыһы ла ваҡытында башҡарыла, ҡаланың 450 йыллығына эштәрҙең беренсе өлөшө теүәл тамамланасаҡ. Беренсе этапҡа күнекмәләр һәм спорт саралары үткәреү өсөн гидротехник ҡоролма, каналдың бетон улаҡсаһы, дамба эшләү, яр буйын һәм биләмәне төҙөкләндереү инде. Эштәрҙең төп өлөшөн 2023 йылда уҡ тапшырғандар, әле төҙөкләндереү тамамлана. Административ бина, тренажер залы һәм башҡа бина төҙөлөшөн үҙ эсенә алған икенсе этап һуңыраҡ тормошҡа ашырыласаҡ. Ҡышҡы осорҙа ысынлап та эштәр бер аҙ туҡтап торҙом – көйләү һәм ҡаршылыҡтар ҡуйыу ҡышын мөмкин түгел. Әле иһә техника һәм эшселәр үҙ урынында һәм бурысын үтәй. Артабан. Оппозиция каналы Ҡазандағы комплексты Башҡортостандыҡынан яҡшыраҡ һәм замансараҡ тип иҫәпләй. Әммә был ике объектты сағыштырыу бөтөнләй урынһыҙ, сөнки был каналдар ике төрлө спорт төрө өсөн тәғәйенләнгән. Күршеләрҙә – байдаркала һәм каноэла ишеү, бында күл тибындағы һыуҙа оҙон һыу дистанцияһы талап ителә, беҙҙә иһә ишеү слаломы өсөн канал төҙөлә – ул тау йылғаһының бер өлөшөнә оҡшатып эшләнгән участка. Тағы ла Ҡазан хаҡында. Рәсәйҙә күп булған типовой проекттар бинаһын төҙөү – бер эш, Рәсәйҙә аналогы булмаған ҡатмарлы гидротехник ҡоролма төҙөү – бөтөнләй икенсе эш. Шлюздар һәм ҡаршылыҡтар өсөн бөтә деталдәр ҙә индивидуаль һыҙмалар буйынса эшләнгән. Уларҙы, үҙ сиратында, Санкт-Петербург институттары һәм гидроҡоролмалар заводы эшкәрткән. Тау йылғалары ташҡынын имитациялаусы ҡаршылыҡтарҙы Лондондағы бер генә завод әҙерләй, һәм санкциялар арҡаһында уларҙы һатып алыу мөмкин булмай башланы, шуға күрә деталдәр Мәскәү өлкәһе заводында уникаль һыҙмалар буйынса эшләнгән. Шулай уҡ Өфө ишкәкле слаломы – Европала “бушлай һыу” ташыусы берҙән-бер канал, был иһә уны тотоуға сығымдарҙы кәметәсәк. Миҫал өсөн, Европалағы бындай каналдар электр энергияһын күп ҡулланған турбиналы насостарҙа эшләй. Бындай ҡатмарлы спорт ҡоролмалары Рәсәйҙә тик Мәскәү өлкәһендә генә бар. Ғорурланыр өсөн сәбәп түгелме ни? Республика ҡаҙаныштарын бысратыу мотлаҡмы? Ҙур эште юҡҡа сығарыу еңел, ләкин тәүҙә был мәсьәләне асыҡларға һәм стадион ғына түгел, ә ауыр техник конструкция төҙөлөүен аңларға кәрәк. Уҙған аҙнала ҡайһы бер телеграм-каналдар Өфө аэропортындағы VIP-зал тураһында ялған яҙма баҫтырҙы. Йәнәһе аэропортта булдырылған VIP-персоналар өсөн юғары уңайлыҡлы зал тик республика башлығы өсөн. Ысынбарлыҡ нисек? Башҡортостан Башлығының эштәр идаралығы “Өфө” халыҡ-ара аэропорты менән бөтә уңайлыҡтары булған залдарҙа пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү тураһында килешеү төҙөгән. VIP-залдарҙа уларға индивидуаль теркәлеү, багажды рәсмиләштереү, хәүефһеҙлекте контролдә тотоуҙы айырым үтеү, Fast Track хеҙмәте һәм башҡа хеҙмәттәр комплексы күрһәтелә. Контракт рәсми делегацияларҙы хеҙмәтләндереү өсөн төҙөлгән. Бындай вәкәләтле сығымдар ғәҙәти күренеш һәм ҡабул итеүсе яҡ тарафынан теләһә ҡайһы төбәктә һәм бөтә донъяла күҙ уңында тотола.