Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баш мейеһен хәстәрлә

Бөтә ғүмер дауамында баш мейеһенең юғары әүҙемлеген һаҡлау өсөн йөрәк-ҡан тамырҙары һәм неврология сирҙәрен (баш мейеһе тамырҙары атеросклерозы, деменция, инсульт) иҫкәртеүгә иғтибар бирергә кәрәк. Баш мейеһен хәстәрләү – сәләмәтлеккә ҙур өлөш тигән һүҙ. Дөрөҫ туҡлан. Дөрөҫ туҡланыу бөтә организм өсөн мөһим. Баш мейеһенә ыңғай тәьҫир иткән өҫтәмә аҙыҡтар бар. “Файҙалы” майҙарҙы ҡулланыу миелинды (тап унан нервы епсәләре тышсаһы тора) һаҡларға булыша. Һимеҙ балыҡ һәм сәтләүектәр - шундай аҙыҡтар рәтендә. Шәрбәтле аҙыҡтарҙы сикләү мөһим. Диетала углеводтар күплеге когнитив функцияларҙы кәметә һәм деменция үҫешенә булыша. Ҡанда глюкоза кимәле күтәрелгәндә медиторҙар (улар һеҙҙең кәйефегеҙҙе һәм мейе эшмәкәрлеген көйләй) кимәле бик тиҙ төшә. Бер үк ваҡытта В төркөмө витаминдары запасы ярлылана, магний кәмей, һөҙөмтәлә нервы системаһы һәм бауыр эшмәкәрлеген аҡрынайта. Туҡланыуҙа майҙар, углеводтар һәм аҡһымдарҙың дөрөҫ балансын тотоғоҙ. Ул түбәндәгесә: аҡһым – 25-30; майҙар – 20-25; углеводтар – 40-50 процент. Көн һайын еләк-емеш ашау депрессия хәүефен кәметә. Айырыуса цитрус емештәре, алма, груша, ҡуҙғалаҡ, петрушка, сельдерей инсульт үҫешен тотҡарлай. Кофе – йәшел сәй кеүек үк бына тигән нейропротектор. Мейе күҙәнәктәрен зарарлы тәьҫирҙәрҙән һаҡлаусы һәм уларҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыусы матдәләрҙе нейропротекторҙар тип атайҙар. Тик саманы онотмағыҙ, тип киҫәтә табиптар. Фото: "Башинформ".