Ауыл Ауылдар матурлана икән, тимәк, уларҙа йәнтөйәген хәстәрләүселәр йәшәй, тормош һулышы һүрелмәй. Ошондай төйәктәрҙең береһе - Йәрмәкәй районы федераль һәм республика кимәлендәге төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнашып, йәшәгән ерен төҙөкләндереүгә өлгәшә. Тарҡаҙы ауылы өлгөһөндә лә был асыҡ сағыла. Әле унда бер нисә урында төҙөлөш эштәре гөрләй. Данлы кешеләрен ҙурлап Иң ҙур эштәрҙең береһе – “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса Тарҡаҙыла парк һәм сквер төҙөү. Был проекттың хаҡы 3 миллион 949 мең һум тәшкил итә. Федераль, республика һәм район бюджетынан бүленгән аҡсанан тыш, программа шарты буйынса, бағыусыларҙың финанслашыуы ла ҡаралған. Был йәһәттән “Тарказинский” агроетештереү комплексы 860 мең һум күләмендә үҙ өлөшөн индергән. Әлеге проект буйынса нимәләр эшләнә? Ауыл биләмәһе хакимиәте алдында күркәм парк һәм сквер булдырыла. Иң мөһим урындарының береһе - Дан аллеяһы, унда ауылдың билдәле шәхестәренең фотолары урын аласаҡ, төйәккә нигеҙ һалғандарға, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш йылы балаларына, башҡа локаль яуҙарҙа ҡатнашҡандарға стела ла ҡуйыласаҡ. Эргәлә генә парк төҙөлә. Унда сәхнә, эскәмйәләр урынлаштырыла, йәй концерттар, саралар уҙғарыу өсөн дә мөмкинлек барлыҡҡа килә. Парк ситенә киләсәктә ағастар ултыртыласаҡ. Тротуарҙар, газон үләне – барыһы ла планға ярашлы эшләнә. Әлеге мәлдә подрядсы ойошма – “Стройсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эште тулы көскә алып бара, 1 авгусҡа уны тамамлау ниәтен белдерҙе Тарҡаҙы ауыл биләмәһе башлығы Гөлнур Мозафарова. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһының быға тиклем дә ярҙамы тейгән. 2022 йылда уның нигеҙендә райондың өс ауыл биләмәһендә контейнер майҙансыҡтары төҙөлөп, евроконтейнерҙар урынлаштырылған, был исемлеккә Тарҡаҙы ла ингән. Бында 38 майҙансыҡ һәм ҡапҡаслы 99 евроконтейнер барлыҡҡа килгән. Күпере лә төҙөлә, пляжы ла ҡоролған Әлеге ваҡытта ауылда төҙөлөш барған йәнә бер урынды барып күрҙек. Тарҡаҙы йылғаһы аша күпер реконструкциялана. Эшлектән сыҡҡан иҫкеһе эргәһенән былтыр өр яңыһы һалына башлаған. Быйыл уны тамамлау ниәтләнә. Был күпер ауылдың ике өлөшөн тоташтыра. Шулай уҡ Атамкүлгә лә юл ошонан китә. Барлығы 51 миллион һумлыҡ эш башҡарыласаҡ. Ул Республика территориаль заказына ярашлы тормошҡа ашырыла. – Йыл һайын ремонтлап тороуға ҡарамаҫтан, күпер иҫкергәйне. Ниһайәт, яңыһы төҙөлә башланы, – ти ауыл хакимиәте башлығы. Тарҡаҙыла кирбестән матур итеп мәсет төҙөлөүен дә күрҙек. Әлмир Баҙыҡов башланғысы һәм көсө менән һалынған иман йорто ауылға ҡот, бәрәкәт өҫтәр. Изге эшкә халыҡ та ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Был биләмәгә ҡараған башҡа ауылдар ҙа йәнтөйәген матурларға ынтыла. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһының да файҙаһын күрәләр. Мәҫәлән, өс йыл элек Исламбахты ауылы “Изге шишмә”не төҙөкләндергән. Былтыр Тарҡаҙыла ошо уҡ программа буйынса Йәштәр урамына 18 яҡтыртҡыс ҡуйылған. Һыу проблемаһы ла күҙ уңынан ысҡынмай. 2019 - 2022 йылдарҙа элеккеһе иҫкереү сәбәпле, Тарҡаҙыла 11 километр оҙонлоҡта һыу торбалары һуҙылған. Тормош алға барған һайын, халыҡ өсөн мөмкинлектәр киңәйә. Ауыл эргәһендәге быуала муниципаль пляж булдырғандар. Сисенеү-кейенеү урындары, бәҙрәф, ҡотҡарыу жилеттары, түңәрәктәре - барыһы ла хәстәрләнгән. Ике ҡотҡарыусы дежурҙа тора. Пляж һыу инергә килгәндәрҙе 14.00 - 20.00 сәғәттәрҙә ҡабул итә. Йәнтөйәген шунда тыуғандар күтәрә Еренең киләсәге өсөн битараф булмағандар хәстәрләй ауылдарҙы. Был йәһәттән “Атайсал” проекты изге башланғыстарға юл аса. Былтыр район хакимиәте башлығы Илшат Райманов тыуған ауылы Атамкүлдә “Осло тау” шишмәһен төҙөкләндереп, күркәм өлгө күрһәткән, бында ял итеүселәр өсөн беседка ла ҡоролған. Ошондай эштәрҙе күреп, халыҡ үҙе лә ауылдарын матурлауға дәртләнә. Мәҫәлән, исламбахтылар бағыусылар менән берлектә зыярат ҡоймаларын алмаштырған. Был эште бер нисә көн дауамында өмә ойоштороп башҡарғандар. Ошо уҡ ауылда бағыусылар ярҙамы менән Ыҡ йылғаһы аша аҫмалы баҫмаға капиталь ремонт яһалыуы, Тарҡаҙы эргәһендә күмәкләп алты гектарҙа шыршы, ҡарағай, ҡайын ағастары ултыртыу ҙа - һоҡланғыс күренеш. Халыҡты эшле итеү ниәте ҙур Тормош булғас, алға ҡуйылған маҡсаттар ҙа аҙ түгел. Исламбахты ауылында былтыр “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса туғыҙ яҡтыртҡыс эленһә, быйыл был башланғысты дауам итеү күҙаллана. Ҡатын-ҡыҙҙың мәшғүллеген хәстәрләп, тегеү цехы асыу ниәттәре лә бар. Әйткәндәй, әле ауылдағы “Тарказинский” агроетештереү комплексы байтаҡ ир-егетте эшле иткән. Ауыл халҡы махсус хәрби операциялағы яугирҙәр тураһында ла онотмай. Ошо маҡсатта ирекмәндәр төркөмө ойошторолған. Маскировка селтәрҙәре үреү, госпиталдәр өсөн марля, фиксация повязкалары, яралылар өсөн эске кейемдәр тегеп, яугирҙәр тураһында хәстәрлек күрәләр. Үҙебеҙҙә үҫкән шифалы үләндәрҙе ҡушып, пакеттарҙа сәй әҙерләйҙәр. Ауылдың тарихына ла ҙур ихтирам тойолдо. Уны өйрәнгән, артабанғы быуынға тапшырыу өсөн көсөн һалған замандаштарыбыҙҙың береһе Рафаэль ағай Абдулловты әллә күпме тыңларға мөмкин булыр ине. Тыуған ауылы, уның кешеләре тураһында күп белеүе менән һоҡландырҙы замандашыбыҙ. Был ҡыҙыҡһыныуым бәләкәйҙән үк, ҡанда бар, ти ул. Архив мәғлүмәттәренә таянып, үҙенең 11 быуын шәжәрәһен өйрәнгән. Рафаэль Әнүәр улы әйтеүенсә, әле ауыл тарихына ҡағылышлы өс китапҡа материалдар туплана. Тәүгеһенә ауыл мәсеттәренә ҡағылышлыһы йыйылған. Икенсе китапҡа 1831 - 1919 йылдарҙа Тарҡаҙы мәсеттәренең метрик кенәгәләренең иҫке төрки теленән тәржемәһе инәсәк. Был йүнәлештә бөгөн эш бара. Унда ауыл кешеләре тураһында барлыҡ мәғлүмәттәр яҡтыртыласаҡ. Өсөнсө китапта төйәктең барлыҡҡа килеүенән алып бөгөнгә тиклемге тарихы яҙыла. Ауыл тарихын үҙ эсенә алған был китаптар киләсәк быуын өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҙур хазина буласаҡ. Шуға ла уларҙың донъя күреүе үтә мөһим. Тарҡаҙының үткәнен ентекләп өйрәнгән ағайҙарҙың хеҙмәте лә ҙур ихтирамға лайыҡ. Йәшәү тамырҙарыбыҙ – ауылдарҙа. Уларҙың йылдам үҫеүе өсөн төбәгебеҙҙә ныҡлы иғтибар йүнәлтелә. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына 2022 йылдағы Мөрәжәғәтнамәһендә лә ауылдарға иғтибарҙы арттырыу кәрәклеге тураһында һүҙҙәре бар: "Ауылдар – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, беҙҙең тамырҙарыбыҙ. Унда йәшәүселәр тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса республикабыҙ алдынғылар рәтендә". Ынйы ШАФИҠОВА, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика секторы мөдире: – 2020 йылдан Йәрмәкәй районында, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһына ярашлы, 2800 квадрат метр майҙанда торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды: Йәрмәкәй ауылында дүрт ҡатлы йорт һәм ауылдарҙа ике фатирлы туғыҙ өй. Өс ауыл биләмәһендә дөйөм суммаһы туғыҙ миллион һумға тиң 104 контейнер майҙансығы ҡуйылды, 300 контейнер урынлаштырылды. Быйыл әлеге программа буйынса Тарҡаҙыла йәмәғәт киңлеген ҡороу эштәре бара. Автор фотолары.