2020 йылда Рәсәйҙә тәү тапҡыр ауыл ерендә спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла башланы. 2019 йылдың 23 сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы Указды тормошҡа ашырыу маҡсатында “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла. Ул 2020 йылда, Рәсәйҙә тәү тапҡыр, ауыл ерендә спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән тренерҙарға бирелә башланы. Һөҙөмтәлә республикала бихисап остаз ярҙам алды. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан йыл һайын 60 миллион һум бүлеү ҡаралған. Бөгөн проект илдең 24 төбәгендә уңышлы тормошҡа ашырыла. 2024 йылда 15 спорт төрө буйынса 21 тренер-уҡытыусы ошондай бәхеткә эйә булды. Әйткәндәй, проект тормошҡа ашырылған дүрт йыл эсендә 176 тренер аҡсалата ярҙам алды. 2020 йылда – 13 райондан 34, 2021йылда – 10 райондан 20, 2022 йылда – 20 райондан 49, 2023 йылда 12 муниципалитеттан 52 тренер-уҡытыус