Республикабыҙҙың заманса йөҙөн булдырыуға ҙур өлөш индергән, көндән-көн төҙөгөрәк, матурыраҡ була барған перспективалы райондарҙың береһе ул Тәтешле. Юғары иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкән, рухи-әхлаҡи нигеҙҙәргә эйә, хеҙмәт һөйөүсән халҡы булған район лайыҡлы рәүештә тарихи-мәҙәни мираҫы менән ғорурлана ала. Тәтешлеләрҙең ҡурҡыуһыҙ көрәшсе, батыр яугир икәнлеге тарихтан яҡшы билдәле. Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһармандарса һуғышҡан дүрт яҡташтарының Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыуы, 670 кешенең орден-миҙалдар менән наградланыуы - шуға асыҡ миҫал. Бындай илһөйәрлек, рухи көс ҡайҙан килә? Моғайын, батырҙарыбыҙ халҡыбыҙҙы ошоғаса һаҡлап, ҡурсалап килгән ата-бабаларыбыҙ рухынан, нәҫел тамырҙарынан һут ала торғандыр. Шуныһы ҡыҙыҡ, Тәтешлелә донъя көткән, балалар тәрбиәләп үҫтергән, төбәк байлығын арттырған хеҙмәт кешеләре – рустар ҙа, мариҙар ҙа, удмурттар ҙа – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында иркен һөйләшә һәм аралаша. Кешеләрҙең архив документтарынан файҙаланыу, тарихи белемде яҡшыраҡ үҙләштереү, шәжәрәләрҙе өйрәнеү мөмкинлеге күптәргә асылына ҡайтырға, дөрөҫлөктө асырға ярҙам итеүе һөйөндөрә. Донъя ҙур ынтылыш менән үҙгәреүен дауам итә. Егеттәребеҙ яңынан ҡулдарына ҡорал алып, Ватанды һаҡлауға күтәрелде. Ошондай ҡатмарлы осорҙа халыҡ менән етәкселек итеү яуаплылығын үҙ өҫтөнә алған район етәкселәренә лә талаптар ифрат ҙур. Төбәкте өс йыл ярым дауамында етәкләгән район хакимиәте башлығы Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламовҡа тәүге көндәрҙән үк эште ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән башларға тура килде. – Бөгөн район етәксеһе иңенә һалынған бурыстар күп яҡлы һәм көнүҙәк. Һеҙ шул “имтихандар” араһынан ҡайһыһын иң ауыры тип иҫәпләйһегеҙ? – Минеңсә, тырышлыҡ һалып та эш һөҙөмтәһен күрмәһәң, бына шул иң ауыры. Үтә ҡатмарлы бурыстың яйына төшөнһәң, уның ауырлығы юғала, ғәҙәти эш кеүек тойола башлай. Ауыр йөк үҙе яуаплылыҡ уята, бары ошо сифат ҡына кешене үҫтерә һәм ҡатмарлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Ә бит был сифат беҙҙең һәр беребеҙ өсөн мөһим. Махсус хәрби операция зонаһындағы Ватанды ҡалҡандай һаҡлаусылар ғына түгел, республикабыҙҙа йәшәгән һәр кем Тыуған иле, ғаиләһе һәм яҡындарына ҡағылған һорауҙарҙа айырыуса яуаплылыҡ тойорға тейеш. – Һеҙ үҙегеҙҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр егетегеҙҙе яҡындан беләһегеҙ, һәр береһен шәхсән оҙатырға, күңелдәрен күтәрерлек һүҙҙәр табырға тырышаһығыҙ. Командировкаға тәү тапҡыр йыйынған яҡташтарығыҙ менән хәҙер “Башҡортостан” полкында хеҙмәт иткән, утты-һыуҙы кискән шайморатовсылар араһында айырма бармы? – Сираттағы гуманитар ылау менән Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә булдыҡ. Әлбиттә, беҙҙе хәрби хәрәкәттәр зонаһына үткәрмәнеләр. Алдан егеттәр менән һөйләшеп, логистика үҙәгендә осраштыҡ. Бында республиканың төрлө төбәктәренән килгән бөтә гуманитар ярҙам туплана һәм подразделениеларға таратыла. Беҙҙе “Башҡортостан” полкы яугирҙәре ҡаршы алды. Уларҙың араһында – мобилизацияланғандар һәм доброволецтар. Алып килгән йөктө автомобилдәренә тейәнек. Мин нимә әйтергә теләйем? Хәрби кейемдәге был яугирҙәрҙең һәр береһен ябай ауыл егеттәре булараҡ иҫләйем. Бәлки, ул саҡта ҡайһы берҙәрендә бер аҙ икеләнеү, ышанысһыҙлыҡ тойғоһо ла булғандыр. Ә унда, хәрби зонала, мин ныҡлы, ир ҡорона ингән, кәүҙәгә ултырған, көр тауышлы профессиональ һалдаттарҙы күрҙем. Һөйләштәрендә, үҙҙәрен тотоштарында башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ ярылып ята. Күңелдәре күтәренке, үҙҙәре эшлекле. Тантаналы, ҡабарынҡы һүҙҙәр менән мауыҡмайҙар – бары ысын ир-атҡа, яугирҙәргә хас ауыр хеҙмәтте аныҡ һәм аңлы рәүештә башҡаралар. Беҙгә уларҙың көнкүреш шарттарын, блиндаждарын күрергә тура килмәне. Егеттәр беҙҙе “барыһы ла нормала” тип ышандырҙы, “беҙ бит ауыл малайҙары, эш ҡоралдары, төҙөлөш материалдары менән эш итә беләбеҙ, “өй” шарттарын үҙ ҡулдарыбыҙ менән булдырабыҙ”, тине. Улар беҙ алып килгән маскировкалау селтәрҙәренә, рабица, бензобысҡы һәм генераторҙарға айырыуса шатланды, сөнки подразделениеларҙың береһе икенсе урынға күсенергә тейеш булған. Ҡыш унда беҙҙәге кеүек үк уҫал булмаһа ла, ҡыш ҡыш инде ул. Шуға күрә кейем-һалым, итек, йоҡо тоҡтары, одеялдар алып килеүебеҙ урынлы булды. Балаларҙың ихлас, эскерһеҙ хаттарын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, ҡыҙыҡһынып уҡыны яугирҙәр. – Тәтешлеләрҙең берҙәмлеге, бер төптән булып, яҡташтарына ярҙам ҡулы һуҙыуы һоҡландыра. Ойошмалар, эшҡыуарҙар, ябай ауыл кешеләре, уҡыусылар ғына түгел, хатта балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә әһәмиәтле эштән ситтә ҡалмай! – Эйе, бөтә биләмә менән тигәндәй окоп шәмдәре ҡойола, маскировкалау селтәрҙәре үрелә, хужабикәләр күмәкләп туҡмас ҡырҡа, өләсәйҙәр ойоҡбаш бәйләй... Дары еҫен еҫкәмәгән йәштәр ҙә һуғыштың аяныслы эҙемтәләрен, Ватанһыҙ йәшәүҙең мөмкин түгеллеген яҡшы аңлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуҙа батырҙарса һәләк булған егеттәребеҙ ҙә бар. Минең өсөн ошо юғалтыуҙарҙан да ауырырыраҡ, үкенеслерәк бер ни юҡ. Ҙур ҡайғы кисереүҙәренә ҡарамаҫтан, һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре лә һалдаттарға ярҙам ойоштороуҙа ҡатнаша, ошо үҙе батырлыҡ өлгөһө түгелме ни? Ауыл биләмәләре, исемле посылкаларҙан тыш, егеттәр өсөн иң кәрәкле әйберҙәр менән ҡаптар әҙерләне. Эшҡыуарҙар окоп шәмдәре өсөн йөҙ килограмдан ашыу парафин һатып алды. ”Коммсервис” ойошмаһы, Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлексә ветерандары генераторҙар, эш ҡорамалдары менән тәьмин итте, Киров исемендәге хужалыҡ, “Мир добра” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы ла ярҙам күрһәтте. Халыҡтан йыйылған аҡсаға яугирҙәр өсөн кәрәкле 33 йоҡо тоғо, ике генератор, өс бензобысҡы, ҡаҙаҡ, кабель, инструменттар йыйылмаһы, эш бирсәткәһе, итек, тушенка, тәмәке, запчасть һәм башҡа кәрәк-яраҡ ебәрелде. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Шамил Шәриповҡа ҙур рәхмәт! “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәте беҙгә яугирҙәргә илтеү өсөн дүрт УАЗ машинаһы бирҙе. Эскерһеҙ ҙур ярҙамдары өсөн яугирҙәрҙең яҡташтарына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. – Хәрби хеҙмәттән яңы ғына бушатылған һалдаттарҙың һаман да сафта ҡалыуына, тыныс тормошта алғы һыҙыҡтағы яҡташтарына ярҙам ойоштороуға тотоноуына республикабыҙҙа миҫалдар етерлек. Тәтешле егеттәре лә был йәһәттән күптәргә өлгө булырлыҡ. – Шундай яҡташтарымдың береһе сираттағы ылауҙы илткәндә оҙон юлды ҡыҫҡартырға, посылкаларҙы хужаларына тиҙерәк таратырға ярҙам итте. Яңы ғына демобилизацияланған Ғаяз Ғәниев бер һүҙһеҙ беҙҙең менән алыҫ сәфәргә юлланырға теләк белдерҙе. Ул юл буйы нисек хеҙмәт итеүе, хәрби хеҙмәттәштәре, батырлыҡтары, еңел булмаған көндәлек хеҙмәттәре тураһында һөйләп барҙы. Аяуһыҙ һуғышта ла көлкөлө, мәрәкә хәлдәр булғылауын белдек. Шуны әйтәһем килә, элекке хәрби водителдең беҙҙең менән юлға сығыуы баһалап бөткөһөҙ файҙалы булды. Урынды, кемдең ҡайһы подразделениела хеҙмәт итеүен яҡшы белеүе исемле посылкаларҙы тиҙ таратырға булышты. Яҡташыбыҙҙың Георгий Жуков миҙалы, “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн“, “Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ” миҙалдары менән наградланыуы уның ниндәй яугир булыуы тураһында яҡшы һөйләй. Ғаяз Ғәрибаш ауылында Рәүиә һәм Сәзит Ғәниевтәр ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән күңелсәк, теремек, ярҙамсыл булғаны билдәле. Махсус хәрби операция иғлан ителгәс, үҙе теләп алғы һыҙыҡҡа ашҡына. Йыл ярым буйы хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Тәүҙә яуҙаштарға алтын бәрәбәренә торошло һыу илтә, аҙаҡ УАЗ машинаһында көн һайын бер нисә тиҫтә километр юл үтеп, дошман күҙенә салынмаҫҡа тырышып, ҡыуаҡлыҡтар аша юл һалып, аҙыҡ-түлек ташый. Ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Тәтешлене ҡыйыулығы менән бөтә донъяға танытҡан яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйенов та ошо ротанан. Бөгөн 200-ҙән ашыу яҡташыбыҙ махсус хәрби зонала ике йыл дауамында мәкерле дошман менән алыша. Беҙ уларҙың имен-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Ә тәтешлеләр еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡулдан килгән бар эштәрҙе лә башҡара һәм башҡарасаҡ. Бөгөн заманыбыҙ геройҙары – алғы һыҙыҡта. Тап улар беҙҙең яҙмышыбыҙҙы, Рәсәй яҙмышын хәл итә. Ватанды һаҡлау буйынса ҡарар ҡабул иткән, хәрби бурыстарын үтәгән һәр һалдат – беҙҙең өсөн герой. – Район үҫешендә мөһим йүнәлеште ауыл хужалығы билдәләй. Ғөмүмән, тәбиғәт үҙенсәлектәренең республикабыҙҙың төньяҡ райондары өсөн айырым талаптар ҡуйыуын яҡшы беләбеҙ. Былтырғы ҡоролоҡ Тәтешле районында ла ғәҙәттән тыш хәл режимын индерергә мәжбүр итте. Тәбиғәт көйһөҙлөктәрен,тормош ҡаршылыҡтарын нисек еңәһегеҙ? – Былтыр ҡоролоҡ булыуына ҡарамаҫтан, хужалыҡтар малсылыҡ продукцияһы етештереү күләменең ныҡ кәмеүенә юл ҡуйманы. Район республикала һөт етештереү һәм һатыу буйынса алдынғылар рәтендә. Малсылыҡ агросәнәғәт комплексының төп тармағы булып тора. 23 һөт, 11 йәш мал һәм ете йылҡы фермаһы бар. Районда 11 ауыл хужалығы предприятиеһы иҫәпләнә. 25 фермерыбыҙ ауыл хужалығы продукцияһының туғыҙ процентын етештерә. “Балағотдинова” һәм “Ғилманов” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереүгә 11 миллион һумға грант отоп, эштәрен яйға һалды. Ер һөрөүселәрҙең республика ярышында Крупская исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы тракторсыһы Өлфәт Карамов еңеп сыҡты һәм Chevrolet Niva автомобиле менән бүләкләнде. Бындай дәртләндереү саралары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ауыл эшсәндәре өсөн бик мөһим, тип әйтмәксемен. Районда эре һәм уртаса предприятие эшселәре һаны 3330 кеше, 2022 йыл менән сағыштырғанда 22,5 процентҡа күберәк тигән һүҙ, ә уртаса айлыҡ эш хаҡы 53 406 һум тәшкил итә. Был бик яҡшы күрһәткес! Илдә байтаҡ аҡса средстволары коммерцияға ҡарамаған ойошмалар аша грант ярҙамында бүленә. Ойошмалар һанын арттырыу кәрәклеге асыҡ. Шуға күрә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында “Барыһы ла үҙебеҙҙекеләр” тип аталған Ресурс үҙәген булдырҙыҡ. Былтыр коммерцияға ҡарамаған һигеҙ яңы ойошма теркәлде. Тәү тапҡыр фонды 300 мең һум тәшкил иткән район башлығы грантына конкурс үткәрҙек. Ғөмүмән, хәҙер бындай ойошма һәр ауыл биләмәһендә булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Райондың килем буйынса тупланма бюджетын үтәү тарихта тәүге тапҡыр 1,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Быға эре проекттарҙы тормошҡа ашырыу арҡаһында өлгәштек. ”Йыл ҡаҙанышы” республика конкурсында районыбыҙ “Хәүефһеҙ һәм уңайлы биләмә” номинацияһында икенсе урынды алды. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына тәҡдим ителгән проекттарҙың етеһе конкурстан үтте һәм 11 миллион һумдан ашыу суммаға үтәлде. Ҡаҙаныштар һандарҙа асыҡ күренә. Былтыр туғыҙ федераль һәм 21 республика программаһында ҡатнашып, 704 миллион һумлыҡ средстволарҙы йөҙ процентҡа үҙләштерҙек. Өс мәктәптә киң күләмле ремонт эштәрен уңышлы тамамлай алыуыбыҙ менән ҡәнәғәтмен. Үрге Тәтешлелә һыу һурҙырғыс (ер аҫты һыуҙарын ала торған инженер ҡоролмалар комплексы) һәм Көньяҡ-көнбайыш биҫтәһе һыу селтәрҙәрен төҙөүҙе иң мөһим ваҡиға тип иҫәпләйем, сөнки ул йәйге осорҙа район үҙәген һыу менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итәсәк. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан итте. Был йәһәттән районда тәү сиратта нимәләргә иғтибар бирәһегеҙ? – Тәүҙә шатлыҡлы ваҡиға менән уртаҡлашҡым килә: яңы йыл алдынан беҙҙең реабилитация филиалына Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса алынған яңы автобус һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк булды. Йыл бурыстарын хәл итеүҙә һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәткәрҙәр генә түгел, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күрһәтеүгә ҡатнашы булған һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш. ”Асыҡ мөхит” программаһын да күҙ уңында тотам. Махсус хәрби операция инвалидтарына, хәрби хеҙмәт ветерандарына айырыуса ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Яугирҙәргә генә түгел, уларҙың ғаиләләренә лә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары менән беҙҙең социаль координаторҙар һәм ирекмәндәр даими бәйләнештә. ”Ватанды яҡлаусылар” дәүләт фонды хеҙмәткәрҙәре психологик, социаль ярҙам күрһәтеүҙән тыш, медицина ярҙамы алыуҙа, эшкә урынлашыуҙа, яңы һөнәргә эйә булыуҙа, тыныс тормошҡа яраҡлашыуҙа мотлаҡ хәстәрлек күрһәтәсәк. “Ғаилә” хеҙмәте быйыл да өлгөрлөк, ныҡышмаллыҡ күрһәтер, тип ышанам. Былтыр уның социаль хәстәрлеге менән 58 ғаилә солғанһа, махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусы булған 13 ғаиләгә өйҙә социаль хеҙмәттәр алыу өсөн шәхси программалар әҙерләнде. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге филиалының хәҙер яңы заманса бинала көн күреүе һөйөнөслө. Беҙҙә көндәлек хәстәрлеккә, йылы һүҙгә мохтаждар ҙа етерлек. “Изгелек донъяһы” тип аталған “Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге” ошондай 800-гә яҡын кешене үҙ ҡосағына алған. Район биләмәһендәге социаль климаттың граждандарҙың мөрәжәғәттәрендә асыҡ сағылыуы сер түгел, шуға күрә уларға элеккесә ентекле анализ яһаясаҡбыҙ. – Ниндәй генә тармаҡты алма, һәр береһе заман менән бергә атларға, яңы мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланырға тырыша. Быйыл ниндәй күләмле эштәрҙе башҡарырға ниәтләйһегеҙ? – Эш бик күп, халыҡтың тормош сифатына туранан-тура тәьҫир иткән бер нисәһен атап үтке килә. Үрге Тәтешлелә үҙәкләштерелгән канализация һәм ҡалдыҡ һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмаларын проектлау, район үҙәге эргәһендәге эре сүплекте бөтөрөү, Яңы Тәтешле ауылындағы мәҙәниәт йортона, полилингваль мәктәпкә капиталь ремонт үткәреү, үҙәк район китапханаһына ремонтты тамамлау – көн ҡаҙағында торған мәсьәләләр. Халыҡты ойоштороуҙа, изге ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуҙа район советына, депутаттар корпусына, хакимиәт белгестәренә, ауыл биләмәләре етәкселәренә һәм коллективтарға таянып, йыл әйләнәһенә баш баҫып, кәңәшләшеп эшләргә тура килде. Ысын күңелдән барыһына ла рәхмәт! Быйыл да һынатмабыҙ, тормош ҡуйған бурыс һәм йөкләмәләрҙе бергәләп уңышлы үтәп сығыуыбыҙға ышанам. – Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Уңған һәм батыр Тәтешле халҡына уңыштар теләйбеҙ! Айрат Нурмөхәмәтовтың һәм шәхси архив фотолары файҙаланылды.