Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү әүҙем дауам итә. Мәҫәлән, Өфөләге Дим районының "Сағыу" биҫтәһендә Ғаилә аллеяһы барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Исемләнгән ағастарҙан торған аллея ғаилә, быуындар күсәгилешлелеге, Тыуған илгә, йәшәгән урынға һөйөү кеүек ғаилә ҡиммәттәренең сағыу өлгөһөнә әүереләсәк. Бөгөнгә эшлекле төркөм төҙөлгән, ағас ултыртыу урыны һайланған, геодезистар үлсәүҙәр алған. Аллеяның проекты ла эшләнгән. Ағастарҙы сентябрь башында ултырта башларҙар тип көтөлә. Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проект баш ҡаланың башҡа биҫтәләрендә лә тормошҡа ашырыласаҡ. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттары (национальные проекты "Демография", "Жилье и городская среда") бурыстарын үтәүгә булышлыҡ итәсәк. Белеүебеҙсә, тағы 123 йәмәғәт биләмәһе "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу" федераль проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.