Башҡортостанда халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә яңы 25 хеҙмәт күрһәтеләсәк. Республика Мәшғүллек үҙәге менән Күп функциялы үҙәк һәм “Минең бизнес” үҙәге араһында төҙөлгән килешеүҙән һуң исемлек киңәйҙе, тип хәбәр ителә төбәк Хөкүмәтенән. Яңы хеҙмәттәр тормош йәки бизнес хәленә бәйле күрһәтеләсәк. Декабрь айында “берҙәм тәҙрә” принцибы 48 эре кадрҙар үҙәгендә ҡулланыласаҡ. – Мәшғүллек хеҙмәттәрендә “берҙәм тәҙрә” режимында эшләү индерелә. Бының өсөн технология карталары, мөрәжәғәт иткән һәр категория өсөн айырым эш траекториялары булдырыла. Әлегә федераль реестрҙа ун тормош һәм бизнес хәле буйынса технология карталары бар, – ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Быйыл республикала “Демография” милли проектына ярашлы мәшғүллек хеҙмәттәрен яңыртыу бара. Төп йүнәлештәр – эште һанлаштырыу һәм “берҙәм тәҙрә" режимында хеҙмәттәр күрһәтеү. Йыл аҙағында республикалағы бөтә 69 мәшғүллек үҙәге лә “Работа России” кадрҙар үҙәктәре форматында эшләйәсәк. Рәсәй Президенты Вла