Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Предприятиелар яңы һулыш ала

Башҡортостан предприятиелары етәкселәре хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙә адреслы ярҙамдан әүҙем файҙалана. Белгестәр - милли проектта ҡатнашыусылар төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттарының һөнәри кимәлен, тәжрибәһен, белемен баһаланы, производствоға һаҡсыл технологиялар индереүҙең финанс һөҙөмтәләрен билдәләне. Федераль компетенциялар үҙәгенең йыл һайын уҙғарылған һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә ҡәнәғәтлек кимәле 91 процент тәшкил итә. Төбәктең компетенциялар үҙәге өсөн маҡсатлы күрһәткес - 80 процент. "Ул етештереүгә һаҡсыл ҡорамалдар индереү буйынса эштең тотороҡло булыуын раҫланы. Үҙәк эксперттары даими рәүештә үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген күтәрә, төрлө тармаҡ предприятиелары өсөн заманса хеҙмәт ысулдары таба. Быйыл логистика фабрикаһы эш башланы, сертификациялы тренерҙар һаны ла артты", - тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Предприятие хеҙмәткәрҙәре төбәктең компетенциялар үҙәге менән берлектә производствоны оптимәлләштерә, килемде арттыра. Ошо рәүешле республикала иҡтисади хәл нығына. Бөгөн “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) Башҡортостандан 181 компания ҡушылды. Был башланғыс индерелгәндән алып биш йыл эсендә төбәктә уртаса етешетереүсәнлек 45 процентҡа артҡан. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.