Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы етештереү майҙансығы эшләй башланы

Антон Алиханов бындағы ҡайнар изостатик преслау ҡоролмаһын эшләтеп ебәреү өсөн ҡуйылған символик төймәгә баҫты. Яңы участкала ПД-14 һәм ПД-8 двигателдәре өсөн корпус деталдәре пресланасаҡ. “Беҙҙең алда граждандар авиацияһы төҙөлөшө һәм дәүләт оборона заказдарын үтәү буйынса амбициоз бурыстар тора, – тине Антон Алиханов. – Әммә бындай газостат Рәсәйҙә юҡ ине, уларҙы сит илдәрҙән һатып алырға тура килде. Хәҙер иһә беҙ импорттан тулыһынса бойондороҡһоҙ”. “Был илебеҙҙең двигателдәр етештереүендә алға табан ҙур аҙым булып тора, яңы цехты асыу пассажир лайнерҙарына ҡуйылған двигателдәрҙең титан һәм алюмин ҡойолмаларының сифатын да яҡшыртасаҡ”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.