Гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә" төркөмөндә республкабыҙҙың уңған почтальондары араһында уҙғарылған конкурста Йәрмәкәй почта элемтәһе бүлексәһе почтальоны Гөлнара Шәрифуллина 3-сө урынға лайыҡ булғайны. Ошо көндәрҙә Йәрмәкәйгә юлланып, еңеүсебеҙҙе күреп, редакциябыҙҙың дипломын тапшырып ҡайттыҡ. Гөлнара Фәнис ҡыҙы Әбделкәрим ауылынан йөрөп эшләй. Тәүге осорҙа мәшәҡәтлерәк булһа ла, хәҙер үҙе рулдә йөрөгәс, ауырлығы бик тойолмай. - Эшемдә кешеләр менән аралашыу оҡшай. Бигерәк тә оло йәштәгеләр “ҡыҙым” тип көтөп торалар. Үҙем таратҡан Әбделкәрим ауылында матбуғат баҫмаларын уҡыусылар байтаҡ. Квитанцияларын да алып барам, аҙаҡ уларҙы йыйып алып түләп, ҡабат таратып бирәм, кәрәк саҡта тауарын да алып барам, – тип һөйләне почтальон. Шулай итеп, почтальон – ауыл ерендә ололарҙың ҙур ярҙамсыһы, терәге. Эшендә генә өлгөр түгел, ғаиләһе өсөн дә өҙөлөп тора Гөлнара Шәрифуллина. Тормош иптәше Азамат менән улар өс бала: ике ҡыҙ, бер ул үҫтерә. Өлкәне һөнәр алып эшләп йөрөй, уртансыһы төҙөлөш техникумын