Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тыуған йорттан мөхәббәт һәм ышаныс менән!

Йылайыр районы үҙәгендәге “Преображенск” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге “Үҙебеҙ өсөн дә тегәбеҙ, МХО өсөн дә!” тигән социаль проекты менән президент гранттары конкурсында еңеп сыҡты. Проекттың авторы һәм етәксеһе – Солтанова Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙы. Юлдыбай ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға кейесм тегеү буйынса клуб ойошторолдо, әле унда эш ҡайнай. Грант иҫәбенә туҡыма һәм тегеү ҡорамалдары алынған. Бөтәһе лә урындағы оҫтабикә һәм йәмәғәтсе Миләүшә Моратова етәкселегендә бара. Уға ауылдың уңғандары Фирҙәүес Иҫәндәүләтова һәм Фәүзиә Камалова ярҙам итәләр. Әйткәндәй, улар икеһе лә – социаль хеҙмәткәр. Проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Беҙҙең хәрбиҙәр өсөн 200 эске кейем-һалым тупланмаһы, 55 дана плащ-палатка тегелгән. Уларҙы тура тәғәйенләнешендә генә түгел, ә яҡтыны маскировкалау, аҫҡа түшәү өсөн һәм хатта носилка итеп тә дә файҙаланып була икән. Был уңыш Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙын сираттағы проектҡа дәртләндерә. ”Zемляки с Vами” проекты, былтырғы һөҙөмтәне ҡабатлап, шулай уҡ президент гранттары конкурсында еңеп сыҡты. Ихтыяр көсө һәм еңеүгә ышаныс ҡайҙа булыуыңа ҡарамай – ауылда йәшәйһеңме, мегаполистамы. Йылайыр районына эш сәфәрендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Преображенск” үҙәгендә лә булды. “Был еңел булмаған дәүерҙә ил менән бергә булыу, дөйөм эшкә ярҙам итеү – ысын илһөйәрлек, һеҙ уны барыбыҙға ла күрһәтәһегеҙ. Һеҙҙең тәжрибә башҡалар өсөн дә өлгө “, – тине министр. Фото: “Зилаирские огни” гәзите.