Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Асҡын районында яңы ФАП һалына

Асҡын районының Билгеш ауылында модулле фельдшер-акушер пункты ҡороу буйынса эш башланды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау“ милли проектына (национальный проект “Здравоохранение“) ярашлы тормошҡа ашырыла. “Ауыл халҡы төҙөлөш урынын таҙартты, ҡый үләнен сабып алды. Махсус техника ярҙамында ФАП бинаһының каркасын урынлаштырыу өсөн металл бағаналар ҡуйылды”, – тинеләр Асҡын район хакимиәтендә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһының маҡсаты – медицина хеҙмәтен халыҡҡа яҡынайтыу. Быйыл, “Һаулыҡ һаҡлау “милли проектына ярашлы, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау буйынса ете объект төҙөү, туғыҙ медицина ойошмаһы объектын ремонтлау, 130 тиҙ ҡорола торған модуль урынлаштырыу күҙ уңында тотола. Фото: “Башинформ”.