Республикала Йылайырҙа тәүге тапҡыр “Хәстәрлек поезы” социаль проекты старт алды. Ул Башҡортостандың төпкөл ауылдарында йәшәгән халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатын ҡуя. “Хәстәрлек поезы”ның күсмә составында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Рәсәйҙең социаль фонды, республика буйынса Баш медик-социаль экспертиза бюроһы, Юристар ассоциацияһы, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, район хакимиәттәре вәкилдәре бар. Был поездың тәүге туҡтау урындары итеп Йылайыр районының ике ауылы билдәләнде. Кисә поезд Юлдыбай ауылында булды. Белгестәр ауыл халҡына социаль ярҙам, мәшғүллек, медик-социаль экспертиза, пенсия түләүҙәре, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләрен ярҙам мәсьәләләре буйынса консультация бирҙе. Фото:"Зилаирские огни” гәзите.