Найти тему
Башҡортостан гәзите

Халыҡты изге эштәр берләштерә

Беҙҙең республиканан махсус операция биләмәһенә даими рәүештә гуманитар йөктәр оҙатыла. Был изге эшкә Күгәрсен районы халҡы ла үҙ өлөшөн индерә. Районда 11 ауыл хужалығы йәмғиәте, 78 фермер (крәҫтиән) хужалығы, алты ауыл хужалығы кооперативы бар, уларҙың береһе лә яугирҙәргә матди ярҙам күрһәтеүҙән ситтә ҡалмай. Күп кенә ауылдарҙа әүҙемселәр маскировка селтәре үрә, блиндаж шәмдәре әҙерләй. Ҡышҡы һыуыҡта махсус операциялағы егеттәребеҙҙе улар бәйләгән башалтайҙар һәм свитерҙар йылытһа, яҙҙан алып райондан ул тарафҡа туҡмас, сәксәк, бауырһаҡ һалынған посылкалар, балалар яҙған хаттар китә. Ылауҙы бер нисә тапҡыр оҙатып барған район хакимиәте башлығы Марат Искужин ундағы егеттәребеҙҙән ҡайнар сәләм дә алып ҡайта. Күптән түгел райондан сираттағы ылау оҙатылды. “Сәфәребеҙ уңышлы булды, дүрт урында булдыҡ, яҡташ яугирҙәргә йыйылған гуманитар ярҙамды тапшырҙыҡ. Күгәрсендәр улар өсөн маскировка селтәрҙәре, шәмдәр, медицина кәрәк-ярағы, боҙолмай торған ризыҡ йыйғайны. Халыҡ йыйған аҡсаға яугирҙәрҙең һорауы буйынса бензин бысҡыһы, балта, бензин генераторы, иретеп йәбештереү аппараттары ла алғайныҡ”, – ти район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Йәнгиров. Фото: “Күгарчинские вести” гәзите.