Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мөхәббәтен көтөлмәгән ерҙә осрата

Был хаҡта Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов хәбәр итә. Һуғышта мөхәббәткә урын юҡ, тип әйтеүселәргә Данил үҙ өлгөһөндә миҫал күрһәтә. Ул да яу яланында һис кенә лә буласаҡ кәләшен осратырмын тип уйламағандыр, моғайын. Ә яҙмыш уға оло бүләк әҙерләп ҡуя. Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Дим районында ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтҡан яугир Данил менән кәлше Мария сәстәрен сәскә бәйләй. Йәштәр өйләнешә.Яугирҙең кәләше Мария Херсон өлкәһендә тыуған. Данил ауылға аҙыҡ-түлек алырға барғанда уны осрата. Матур йылмайыуы, ҡыҙҙың ҡара күҙҙәре егетте әсир итә. Йәштәр аралаша башлап, күпмелер ваҡыттан һуң бер-береһенән башҡа йәшәй алмауын аңлай.Йәш пар Данилдың ҡыҫҡа ваҡытлы ялында тыуған яғында өйләнешергә ҡарар итә. Мария Башҡортостанға беренсе тапҡыр килә. Яугирҙең ғаиләһе киленде матур ҡабул итә. Ҡыҙ әйтеүенсә, бында уға оҡшай, Данил уға Дим районы, Өфө ҡалаһы, республика тураһында күп һөйләй.– Ҡәҙерле Данил менән Мария! Тормошоғоҙҙағы шундай иҫ киткес ваҡиға менән ихлас ҡотлайым. Бер-берегеҙгә булған һөйөү һәм ихтирамығыҙҙы ғүмер буйы һаҡлағыҙ. Оҙон һәм бәхетле ғүмер һеҙгә. Данил, иҫән-һау әйләнеп ҡайт, – тигән матур теләктәрен дә еткерә Дим районы хакимиәте башлығы. Фото: Дим районы хакимиәте сайтынан.