Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының бойороғо менән Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар палатаһы президенты Булат Ғүмәр улы Йомаҙилов Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының “Ярҙам өсөн” алтын миҙалына лайыҡ булды. Булат Ғүмәр улы оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар палатаһы президенты вазифаһын биләй. Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булған саҡта парламент депутаттатары араһынан тәүгеләрҙән булып саҡта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Белешмә: "Ярҙам өсөн" миҙалы ике дәрәжәгә эйә: "Ярҙам өсөн" алтын миҙалы; "Ярҙам өсөн"көмөш миҙалы. "Ярҙам иткән өсөн" миҙалының иң юғары дәрәжәһе – алтын миҙал. Был миҙал Рәсәй Федерацияһы граждандары һәм Рәсәй Юстиция министрлығына йөкмәтелгән бурыстарҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәткән, элек Рәсәй Юстиция министрлығының ведомство наградалары менән бүләкләнгән граждандарға тапшырыла. Миҙал менән Рәсәй Юстиция министрлығына йөкмәтелгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа һөҙөмтәле булышлыҡ иткән өсөн бүләкләнәләр. Фото: vk.com/advopalatarb