Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғорурланырлыҡ һәйкәлдәребеҙ бар

19 июлдә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың тарихи үҙәгендәге йәмәғәт киңлектәрен ҡараны. Марат Хөснуллин менән Радий Хәбиров иң элек Ленин исемендәге паркта Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Әйткәндәй, был скульптура быйыл 7 февралдә сәйәси эшмәкәрҙең тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан асылды. Артабан Рәсәй ХөкүмәтеРәйесе урынбаҫары һәм төбәк Башлығы Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен ҡараны. Республика етәксеһе вице-премьерға монументты булдырыу тарихы хаҡында һөйләне. Скульптура композицияһы Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә арналған. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.