Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙ сығышында быйыл көтөлгән уңыш тураһында ла һөйләне. – Ҡойма ямғырҙарға ҡарамаҫтан, уңыш мул булмаҡсы. Яҡынса 3,5 миллион тонна иген культуралары йыйып алырға планлаштырабыҙ. Майлы культуралар яҡынса 600 мең тонна булмаҡсы. Шәкәр сөгөдөрө ике миллион тонна булыр тип өмөт итәбеҙ. Быйыл уңыш йыйыу кампанияһы барышында ауыл хужалығы эшсәндәренә 2,806 миллион гектар сәсеү майҙанынан уңыш алырға кәрәк буласаҡ. Шуларҙың 1,634 миллион гектары – иген һәм ҡуҙаҡлылар культураһы. Ҡайһы бер райондарҙа ужым культураларын урыуға төштөләр ҙә инде, - тине ул. Республикала уңыш йыйыу кампанияһы алдынан ауыл хужалығы тармағында эшләүсе белгестәрҙе “Баҫыу көнө”нә йыйып алыу матур йолаға әүерелгән. Зоналарға бүленгән сараларҙа белгестәр тәжрибә уртаҡлаша, ғалимдар алдынғы хужалыҡтарҙың эше менән таныша. Быйыл төп сара 500-ҙән ашыу төрлө тармаҡ вәкилен Нуриман районы баҫыуында йыйҙы. Быйыл ауыл хужалығы тармағына