19 июлдә Республикаға идара итеү үҙәгендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллиндың һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы үтте. Көн тәртибендә федераль үҙәктең республика менән үҙ-ара бәйләнеше һорауҙары ҡаралды, төбәк биләмәһендә күләмле проекттарға өҫтәмә ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан Башлығы вице-премьер Марат Хөснуллинға төҙөлөш, транспорт үҫешенә ярҙам өсөн рәхмәтен белдерҙе. - Рәсәй Президенты, ил Хөкүмәте башланғысы менән булдырылған программалар һәм проекттар беҙҙең республика үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Башҡортостанда әле иҡтисади хәл тотороҡло, - тине төбәк етәксеһе Радий хәбиров. – Төбәктә торлаҡ һәм юл төҙөлөшө йылдам бара. Былтыр 3,3 миллион квадрат метрҙан ашыу майҙанда торлаҡ төҙөлдө. 2030 йылға беҙ йыл һайын 4 миллион квадрат метр төҙөргә тейеш. Был маҡсатты ла үтәйәсәкбеҙ. Транспорт тармағында республикабыҙ биләмәһендә М-12 федераль трассаһының участкаһын төҙөү проектын тормошҡа ашырабыҙ. Уны 2024 йыл аҙағына тамамлау