19 июлдә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайының төҙөлөш майҙанын ҡараны. Был - баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына быйыл асыласаҡ юбилей объекттарҙың береһе. Быйыл көҙ уның базаһында “Рәсәй – спорт державаһы” тигән 12-се халыҡ-ара форум үтәсәк. Шул иҫәптән Рәсәй Президенты ҡарамағындағы физик культура һәм спорт үҫеше буйынса совет та уҙғарыласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры һәм Башҡортостан Башлығы төп залды һәм трибуналарҙы ҡараны, төҙөлөш арышы менән танышты. Бинаның дөйөм майҙаны - 28 мең квадрат метр. Ул үҙенә универсаль залды һәм 3400 тамашасыға иҫәпләнгән амфитеатрҙы индерә. Шулай уҡ биш зал менән спорт көрәше мәктәбе, спортсыларға ҡунаҡхана, конференц-зал, медицина үҙәге, спа-комплекс һәм бассейн инә. Яңы спорт учреждениеһында халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үтәсәк. Подрядсы ойошмаһы вәкиле Дмитрий Дудко билдәләүенсә, төҙөлөш майҙанында, ике сменала 480 белгес эшләй. Әле объект 83 процентҡа әҙер. Бина эргәһендә э