Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Юбилей объекттарын ҡарайҙар

19 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин килде. Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ -ара аэропортында уны республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Өфөлә Марат Хөснуллин баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығы байрамында асыласаҡ бер нисә объектта буласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре, төбәктә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрәсәк. Аэропорттан юл ыңғайында Марат Хөснуллин һәм Радий Хәбиров Өфөгә көньяҡтан ингән ерҙәге 1956 йылда Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлгән иҫке күперҙе реконструкциялау барышы менән танышты. Объектты капиталь ремонтлау “Көньяҡ күперҙәре” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Күпер үҙенең тарихи йөҙөн һаҡлап ҡаласаҡ, шул иҫәптән металл арканы ла. Проект тапшырылғандан һуң ҡалаға инеү һәм сығыуға бөтәһе 12 юл һыҙаты булдырыласаҡ. Һөҙөмтәлә был участкала хәрәкәт көсөргәнеше кәмейәсәк. “Көньяҡ ҡапҡалары” проекты инфраструктура бюджет кредиттарын йәлеп итеү иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе яңыртыуҙан тыш, проект Пугачев, Генерал Рыленко урамдарын реконструкциялауҙы, был урамдар киҫелешендәге транспорт развязкаһын төҙөүҙе күҙаллай. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.