Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өҙҙөрөп һайрай бер ҡош, Йәки параллель донъяларҙың ҡушылған мәле...

Эйе, һуғыш донъяһында ла матурлыҡ, паклыҡ етерлек ул. Ошо ғәрәсәт картинаһында тағы бер илаһилыҡты шәйләп ҡалам: ҡатын-ҡыҙ илаһилығы! Ағасҡа ҡунып һайраған ҡош һымаҡ, ҡаршыла ултырған “Шаманка” ла, әйтерһең дә, эргәлә яңғыраған атыш-шартлауға, хәүефкә иғтибар ҙа итмәй, донъяға сағыу йылмайыуы аша матурлыҡ, паклыҡ сәсә бирә. Ҡыҙыҡ, ике йәнәш донъя, әйтерһең дә, бергә ҡушылған. Хәйер, изгелек менән яуызлыҡ көрәше барған бер мәлдә ҡушылып та китә шул донъялар... Ошо изгелек еңһен өсөн, Ерҙә ошо паклыҡ ҡына булһын өсөн ҡушылалыр. Улай ғына ла түгел, Һамар өлкәһенән булған “Шаманка” ябай тормошта башта оҙаҡ йылдар балалар табыу йортонда эшләй. Был ваҡыт арауығында нисәмә тапҡыр уға тыуымды ҡаршы алырға насип була, ә бында... Киреһенсә, яралылар, үлемдән ҡотҡарыу һәм... юғалтыуҙар ҙа юҡ түгел бит һуғышта... – Ауырмы? – төпсөнмәй булмай. – Атайым хәрби кеше, үҙем медицина өлкәһендә эшләһәм дә, ғөмүмән, беҙҙең ғаилә - хәрби ғаилә. Олатайымдар фашистарҙың яуызлығы менән көрәшкән, шуға мин бында осраҡлы түгел, теләп-аңлап килдем, – тип һүҙҙе алыҫтан башлай “Шаманка”. – Хеҙмәт юлымда хирургия өлкәһендә лә эшләнем, шуға тәжрибәм бында кәрәгерәк тип һананым. “Башҡортостан” полкы батальондарҙан торған ҙур хәрби көс, башлыса беҙҙең егеттәр. Шулай ҙа ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса башҡа подразделениеларҙан күскән белгестәр ҙә байтаҡ. “Шаманка” – шуларҙың береһе. Танк батальонында өс кешенән торған медицина бригадаһында хеҙмәт итә ҡатын. Өс кеше һәм бер “УАЗ”ик. Төнмө, көнмө – хәрби машина заданиеға сыҡһа, улар ҙа һәр саҡ поста! – Бер кем дә үлергә бармай, һәр кем йәшәйем тип сыға атакаға! Шуға беҙҙең төп бурыс – кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу. Ауырмы, ҡурҡынысмы, уйларға ваҡыт юҡ – үҙеңде ҡулға алаһың да яраларҙы бәйләһең, фронттан алып сығаһың, – тип яуап бирә һорауға “Шаманка”. – Әлбиттә, сабый ҡабул итеү менән яралыны ҡабул итеү бер ҡалыпҡа һыймаҫлыҡ күренеш, әммә, уйлай китһәк, икеһендә лә фәлсәфә ята – йәшәү! Һәр ҡайһыһы йәшәргә ынтыла, – тигән тәрән мәғәнәле фекерен дә еткерә хәрби медик. Был һүҙҙәр, әлбиттә, яраланыуға ғына ҡайтып ҡалмай: ғәмәлдә йәшәү дауам итһен тип ҡулына ҡорал алғандар ҙа инде егеттәребеҙ! “Шаманка” хәрби бурысы хаҡында бәйән итә, һүҙ хәл иткес секундтарҙы ла урап үтмәй: – Яугир яралана, әммә саҡ ҡына (бер нисә секундҡа ғына) һуңлаған мәлдә лә һалдаттың ғүмере һинең намыҫыңда була. Бынан тыш кеше картуф тоғо түгел, дөрөҫ эвакуация ойошторорға кәрәк, – әлбиттә, былар ауыр хәрби медицина эшенең бер миҫалы ғына. Мәҫәлән, яраланған кеше паникаға бирелеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта өҫтән бер туҡтауһыҙ шартлатҡыстар ырғытҡан мәлдә яралыны эвакуациялағанда ҡаршыңа дошман килеп сыҡһа, “мин медицина хеҙмәткәре” тип тормайһың шул... Ҡасандыр “Шаманка” табиплыҡ бурысы менән күпме сабыйға донъяға тыуырға ярҙамлашҡан, әммә бында ла ул ошо изге бурысын дауам итә түгелме ни? Инде хәрби сүрәтендә, инде икенсе ғүмер бүләк итеп. ...Атыу тауыштары бер мәлгә тынды, шул саҡ эргәлә генә йәнә ҡош үҙ бурысына тотондо: Ергә сафлыҡ, паклыҡ, йәшәү көсө сәсеп, моңло йырын һуҙҙы ул... Махсус хәрби операция зонаһы. Автор фотоһы.