Ҡасим Дәүләткилдеев 1928 йылдың йәйендә республика буйлап ижади сәфәргә юллана. Уның менән юлға рәссамдар Юлий Блюменталь һәм Александр Тюлькин була. Улар Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Белорет районының) Инйәр ҡасабаһына киләләр. Уларҙы ҡасабаға терәлеп торған Уҫманғәле ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтов өйөндә урынлаштыралар. Ҡасим Дәүләткилдеев Инйәрҙәге завод күренешен, көнкүрешкә бәйле сюжеттар, бер нисә портрет әҫәре лә яҙа. Шулар араһында — «Һунарсы башҡорт» һүрәте. Һүрәттең геройы Инйәр буйында йылға түбәнендә урынлашҡан Манышты ауылынан була. Манышты ла Инйәрҙән бер нисә саҡрымдағы ауыл. Портреттың артында рәссам былай тип яҙып ҡуйған: «Бигарҫлан Солтанов, һунарсы, 30 йәш, 20 айыу алған, 16 бүре тотҡан. Партиялы, инвалид. Инвалидлығын һунарҙа алған. Эте Бурзик (Бурҙай булғандыр)». Әҫәр бик күп күргәҙмәләрҙә, шул иҫәптән АҠШ-та ла күрһәтелә: 1929 йылда АҠШ-та Сан-Диегола «Милли төбәктәр рәссамдары» тип аталған Бөтә донъя күргәҙмәһенә Юлий Блюменталь, Василий Сыромятников, Ал