Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аҡъярҙа - “Таналыҡ” бассейны һәм Бүребайҙа “Таусы” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй

Башҡортостандың Урал аръяғында спорт инфраструктураһы әүҙем үҫтерелә. Хәйбулла районында ғына 2023 йылда яңы спорт объекттары –Аҡъярҙа “Таналыҡ” бассейны һәм Бүребайҙа “Таусы” физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелде . Хәйбуллалар өсөн “Таналыҡ” бассейны ысын бүләк булды. Уның асылыуын район халҡы түҙемһеҙләнеп көттө. Дала зонаһына ҡараған район халҡы өсөн, бигерәк тә һыу төшөү урындары аҙ булғанлыҡтан, бассейндың асылыу бигерәк тә көнүҙәк. Шулай уҡ һыу спортын үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерә. “Аҡъярҙа бассейн төҙөү 2018 йылда уҡ планлаштырылған ине, әммә төҙлөш –монтаж эштәре проекттағы яңылышлыҡтар арҡаһында туҡтатыла. Биш йылдан һуң Республика Башлығы ярҙамы һәм республиканың капиталь төҙөлөш идараһының тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә бассейндың эше ҡайтанан тергеҙелә. Радий Хәбиров төҙлөштө яңыртыуға ярҙам итеп кенә ҡалманы, районыбыҙға эш сәфәре ваҡытында объектҡа шәхсән баһа бирҙе”, - ти бассейн директоры Ринат Мортаев. Асылғандан алып хәйбуллалар бассейнға теләп йөрөй. Яңы йыл каникулдарында бер көн эсендә генә 160 кеше булып, рекорд ҡуйылған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрең һәм уларҙың туғандары , күп балалы ғаиләләргә 50% ташлама ҡаралған. Туғыҙ метр киңлектәге 25 метрлы бассейн дүрт йөҙөү юлына иҫәпләнгән. Шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Сауна, душ бар. Бүребай ауылындағы “Таусы” физкультура –һауыҡтырыу комплексы асылыуға ла бер йыл. Ике ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 2 мең кв. метр тәшкил итә. Үҙенең уңайлыҡтары менән ул башҡала фитнес-клубтарынан бер ҙә ҡалышмай , хатта федераль күләмендәге ярыштарҙы ла ҡабул итә. ФОК-тың беренсе ҡатында ҙур уйын залы, сисенеү бүлмәләре, медпункт урынлашҡан, икенсе ҡатында фитнес- зал, тренажер залдары, душ, сисенеү бүлмәләре урынлашҡан. Бер үк ваҡытта спорт залында 22 кеше шөғөлләнә ала. Ғөмүмән алғанда, Хәйбулла районында спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә иғтибар ҙур. Фото: "Башинформ"