Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уның емеше лә, япрағы ла, сәскәһе лә бик файҙалы

Ирга бик файҙалы емеш-еләктәрҙән һанала. Ул ҡан баҫымын төшөрә, ҡандағы насар холестеринды кәметергә, иммунитетты арттырырға ярҙам итә. Уны төрлө сирҙәрҙән дауалағанда ла, иҫкәртеү маҡсатында ла йыш ҡулланалар. Составында кеше организмына яҡшы тәьҫир итә торған витаминдар һәм микроэлементтар күп. Мәҫәлән: фитостериндар (ҡан тамырҙарын нығыта); пектиндар (ашҡаҙан-эсәк юлының эшмәкәрлеген юлға һала, аппетитты күтәрә, организмдан токсиндарҙы һәм канцерогендарҙы сығара); С витамины (инфекциялар менән көрәшергә ярҙам итә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ҡанда холестерин күләмен төшөрә); биофлавоноидтар (ҡанда шәкәр күләмен нормала тота, тромбтар барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта). Ғөмүмән, Р витамины аҙыҡ-түлек составында бик һирәк осрай. Ирга составында булған рибофлавин (В2 витамины) матдәләр алмашыныу процесында туранан-тура ҡатнаша, май биҙҙәренең эшен яйға һала, күреү һәләтен һаҡлай. Халыҡ медицинаһында ирганың емешен генә түгел, япраҡтарын, сәскәһен һәм ҡабығын да ҡулланалар. Ирганың файҙаһы әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур, әммә шул уҡ ваҡытта ул кеше организмына ҡайһы бер осраҡтарҙа зыян да килтерә: шәкәр сире менән ауырығанда (ирга углеводтарға бик бай, шуға күрә ҡанда глюкоза күләмен кинәт арттырырға мөмкин); һимереүҙән йонсоғанда (ирганы күп ашау кәүҙә ауырлығын тағы арттырырға мөмкин); түбән ҡан баҫымы менән интеккәндә (емештәге ҡайһы бер компонеттар ҡан баҫымын төшөрә); тәнгә нимәлер сыҡҡанда (аллергияһы булған кешеләрҙә ирга көслө реакция тыуҙырыуы ихтимал); ҡан шыйыҡ булғанда (ирга составына ингән матдәләр ҡанды тағы шыйығайта); эпилепсия менән ауырығанда (иргалағы күп күләмдәге С витамины өйәнәк ҡуҙғатыуы бар).Бәләкәс балаларға ирганы һаҡлыҡ менән генә бирергә кәрәк: тәүлегенә 50 грамдан да күберәк ашатырға ярамай – аллергия килеп сығыу ихтимал. Ирганы һөт ризыҡтары менән бергә ашарға ярамай: аш ҡайнатыу системаһы боҙола, эс күбергә, китергә мөмкин. Ирга тынысландырыу һәләтенә эйә. Унан яһалған сәйҙе, һутты күп эсеү йоҡоно килтерә, иғтибарҙы кәметә. Шуға күрә ирга сәйе менән артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш итәләр. Сәй яһау өсөн ирганың япраҡтарын ҡулланыу һәйбәт. Бигерәк тә яңы өҙгәндәрен. Булмаһа, киптергәнен файҙаланырға ла мөмкин. Сәй былай яһала: бер нисә ирга япрағы өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ һәм 15-20 минут төнәтәбеҙ. Бер сәй ҡалағы бал ҡушырға ла мөмкин. Бындай сәйҙе йоҡлар алдынан эсеү һәйбәт: ул нервы системаһын тынысландыра, йоҡоғоҙ күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Шулай уҡ ирганан яһалған ҡайнатма ла бик тәмле килеп сыға. Фото: ezhemarina.ru