Башҡорт дәүләт медицина университетының Технологиялар трансферы һәм инновация эшмәкәрлеге идараһы үҙәгенең студент инициатив төркөмө имплантикациялана торған туҡымалар һәм ALLOINK биопринтингы өсөн гель уйлап тапты. Эштәр «Өҫтөнлөк-2030» университетты үҫтереү программаһына ярашлы, вуз-ара студенттар кампусының яңы лабораторияһында алып барылды. Әлеге ваҡытта клиникаға тиклемге һынау эштәре хайуан моделдәрендә үткәрелә. Был һынауҙарҙың маҡсаты – хәүефһеҙлекте, һөҙөмтәлелекте һәм биологик ярашлылыҡты билдәләү. Төрлө параметрҙар, шул иҫәптән иммун яуап, туҡымалар регенерацияһы тикшереләсәк. Йәш тикшеренеүселәр регенератив хирургия һәм терапия өсөн ҡулланыла торған танылған биоматериалдың яңы формаһын булдырып, инновациялы алым ҡулланғандар. Яңы технология биоматераилдың физик үҙенсәлектәрен үҙгәртергә һәм уны, регенератор потенциалын юғалтмайынса, биопринтерҙа ҡулланырға мөмкинлек бирә. Гель тулыһынса Рәсәйҙә, Өфөләге база нигеҙендә етештереләсәк. ALLOINK матригеле кеше менән оҡшаш коллаг