Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында үткән сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Әбйәлил, Архангел, Ауырғазы, Бәләбәй, Бишбүләк, Дүртөйлө, Ейәнсура, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Тәтешле һәм Шаран райондары ауыл биләмәләре етәкселәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ауыл биләмәләре башлыҡтары менән халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Һүҙ биләмәләрҙе үҫтереү һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү, автомобиль юлдарын һәм инженер селтәрҙәрен ремонтлау, шулай уҡ социаль проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу хаҡында барҙы. Үҙ сығышында төбәк етәксеһе республиканың идара итеү командаһының төп бурыстарын билдәләне: – Әлбиттә, берлектәге эшебеҙҙең мөһим йүнәлеше – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Яугирҙәребеҙҙең, бигерәк тә һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләре хаҡында ла хәстәрлек күреү мөһим. Уларҙың туғандары һәм яҡындары менән шәхсән осрашырға,